Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле отряд республика буйынса йөҙләгән ирекмәнде берләштерҙе. Улар араһында – район ҡоролтайҙары вәкилдәре, һуғыш хәрәкәттәре ветерандары.
Мобиль отряд 1 апрелдән эшләй, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов етәкләй. Эш ирекмәндәр ойошмаһы менән бергә башҡарыла.
Өфөлә «Беҙҙең хәстәр» ирекмәндәр үҙәге «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе янында эшләй. Ғаризалар тәүлек әйләнәһенә 8 800-20-18-903 телефоны аша ҡабул ителә. Тәү сиратта, оло йәштәгеләр һәм инвалидтарға көнкүрештә ярҙам, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек алып килеү кеүек эштәр башҡарыла.
Шайморатов исемендәге мобидь отряд ирекмәндәре үҙәктән ғаризалар ҡабул итеп, урындағы ирекмәндәргә еткерә. Барыһы ла хәүефһеҙлек саралары тураһында хәбәрҙар, таныҡлыҡтар, битлек-бирсәткәләр менән тәьмин ителгән. Мобиль отряд баш ҡалала ғына эшләмәй, көн дә республика буйынса ҡырҡҡа яҡын урынға бара.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль отряд ирекмәндәрҙе хәрәкәткә ҡушылырға саҡыра.
Ирекмәндәр сафына баҫырға теләгәндәр [email protected] адресына йә (347) 250 49 31 телефоны аша ғариза ебәрә ала, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәренә лә яҙырға мөмкин.