Яҙғы авитаминоз, етмәһә киҙеү мәлендә (йыуа-ҡуҙғалаҡ ҡалҡҡансы) әфлисун ҡайнатмаһы менән дә иммунитетты нығытырға була. Уны әҙерләүҙең әллә ни мәшәҡәте юҡ, изоляция осоронда магазинға эләгеүең генә көс. Лимонға хаҡ ҡапыл артып китһә лә, әфлисунды хәҙер бик эшкә һанамағастарымы, ята бирә, хаҡы ла элеккесә. Ә бит унда лимонға ҡарағанда ла С витамины күберәк. Мәҫәлән, лимонда 40 мг ғына С витамины бар, был көндәлек норманан ике тапҡырға кәм тигән һүҙ (сәләмәт кеше өсөн көндәлек норма – 70-90 мг), ә әфлисунда ул 60 мг.
Шулай итеп, әфлисун ҡайнатмаһына самалап 7-8 әфлисун, 2-3 кило шәкәр кәрәк.
Содалы һыу менән матурлап йыуып, ҡоротоп һөрткәс, үткәргескә һыйырлыҡ итеп турайбыҙ. Тышы менән бергә үткәреп, шәкәр һалып берәр сәғәттәй ултыртып торабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, өҫтөнә күперек ҡалҡҡансы талғын ғына утта ҡайнатып алабыҙ ҙа, һүндереп, йылы нәмә менән томалап, урап ҡуябыҙ. Һыуынғас, ҡайнатма әҙер тигән һүҙ. Уны сәй менән эсһәң дә, компот ҡайнатҡанда берәр ҡалаҡ һалып ебәрһәң дә, эремсеккә болғап ашаһаң да, хатта бәлеш эслеге өсөн ҡулланһаң да - дан.
Әфлисун үҙе генә түгел, ҡабығы ла файҙалы: ҡандағы холестеринды кәметә, организмды шлактарҙан, токсиндарҙан таҙарта, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын көйләй, ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәрен дауалай. Бынан тыш, әфлисун фосфор, клаьций, В1, В2, Р, А витаминдарына, бета-каротинға, тәбиғи антибиотик – фитонцидҡа бай. Әфлисун һуты менән борон яраны ла йыуғандар.