Яҙғы үләндәрҙең морон төрткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алмағандар бар микән беҙҙең арала? Юҡтыр. Ул - беҙҙең бала саҡ иле бит ул. Ҡуҙғалаҡ-йыуа ҡалҡыу менән бер тиҫтер балалар талпан-нәмәнән дә ҡурҡып тормай ҡырға сығып китә торғайныҡ. Көтөү ҡаршылаған тау битләүендә элек (хәҙер тап-таҡыр булып ятһа ла) әтләк тә, йыуа ла күп булды. Ҡуҙғалаҡҡа йондоҙлоҡҡа йөрөнөк, шул үҙәнгә төшкән битләүҙә лә йыуа үҫте. Кемуҙарҙан ярышып йыябыҙ, әселегенә сытыймайбыҙ ҙа –шартлата сәйнәйбеҙ. Шыптыр ҙа һалып алғанбыҙ, шунда тултырабыҙ. Ҡайтҡас, әсәй йомортҡа бешереп, үлән турап, ҡаймаҡҡа болғап, салат эшләп бирәсәк. Яҙ еткән һайын бала саҡ иҫкә төшә, нишләптер. Хәҙер ул үләндәр баҡсала ғына үҫеп ултырһа ла, тәбиғәт ҡосағында, ҡырҙа йыйғаны икенсерәк шул. Йыуа йыйған туғайҙар, ҡуҙғалаҡлы үҙәндәр һағындыра. Танһыҡҡа яҙғы үләндәрҙән бер быуа йәшел аш бешереп ашау ғына һағыныу тойғоларын баҫҡандай була. Халыҡта ер таҙармайса, йәғни, тәүге күк күкрәмәйсә, үләнгә тейергә ярамай тигән ышаныс та бар. Хәйер, үлән әлегә бик ҡалҡып та етмәгән, туңдырып алып ҡалған үләндәрҙән булһа ла, йәшел аш бешереп ашаныҡ әле.
Былтыр май айында әсәйҙәргә ҡайтҡанда баҡсанан балтырған йыйып алып ҡайтҡайным. Йәп-йәш кенә, таҙа ғына ерҙә үҫә үҙҙәре. Ауыл уртаһында йәшәһәк тә, кәкүк емеше лә, балтырған да, ҡуҙғалаҡ-ҡымыҙлыҡ, хатта ҡуян тубығы ла баҡсала ғына үҫә. Махсус ултырып йөрөгәнде хәтерләмәйем, беҙ бала саҡта уҡ бар ине инде.
Бына шул үләндәрҙе йыйып, турап, ҡоро ҡапҡа һалып туңдырып алғайным. Йыуаһы инде был яҡтыҡы. Йәтеш кенә кәстрүлгә һыу ҡойоп, тоҙ һалып, картуф турап, бешереп алғас, өй туҡмасы, балтырған, йыуа өҫтәп тағы бер аҙ бешереп алаһың. Ыумас ыуһаң, бигерәк тәмле була. Әммә минең бәләкәйе туҡмас һорағас, шуны һалдым. Шунан инде ярты стакандай һөткә ике йомортҡа һытып, туғып, ипләп кенә ашҡа өҫтәнем. Әсе ҡатыҡ та бар ине, шуны һалып тороп табынға бирҙек. Тәмле лә, файҙалы ла, еңел дә ризыҡ килеп сыҡты.