19 апрель - умырзая көнө. 1984 йылда Англияла индерелгән был үҙенсәлекле көн бик күп илдәрҙә билдәләнә. Умырзая төрлө илдә төрлө ваҡытта сәскә ата. Англияла иһә ул апрель айында ҡалҡа (беҙҙә лә ошо осорға тура килә), шунлыҡтан байрамы ла - апрель уртаһында.
Көн йылытып, ер ҡарҙан әрселеү менән тау-ташлы битләүҙәрҙә яҙҙың тәүге сәскәһе –умырзая үҫеп сыға. Умырзая ғүмере бер миҙгел генә булһа ла, һыуыҡтан ҡурҡмай. Уның һарыһы ла, ағы ла, зәңгәре лә, шәмәхә, ҡыҙғылт төҫтәгеһе лә була. Иң тәүҙә йөнтәҫ кенә япраҡтары күренә, шунан инде сәскәгә тумалай. Ул сәскә атҡас, торналар ҡайта башлай, ысын, йылы яҙ етә тигән һүҙ.
Был күк умырзаялар минең тыуған яғымда үҫкәндәре. Ауылға ингән ерҙә зыярат тауы битләүендә үҫә.
Оҙон ҡыштан һуң әле йәшелләнеп тә өлгөрмәгән яландарҙа атҡан тәүге сәскә – яҙ хәбәрсеһе умырзаяның күм-күк балаҫ һымаҡ булып түшәлеп үҫеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ҡайһы берәүҙәр – тәбиғәткә һаҡсыл булмағандар тиергәме, моңһоҙҙар тиергәме ундайҙарҙы – саҡ морон төрткән умырзаяны өҙә лә һала, бындай мөнәсәбәт арҡаһында сәскәнең ҡайһы бер төрҙәре юғалып бөтөп тә бара.
Аҫтағы һүрәттәге сәскәләрҙе беҙҙә аҡ умырзая тип йөрөтәләр. Йылайыр урманында үҫә улар ҙа.
Быныһы - һары умырзая. Ул да Йылайыр яҡтарыныҡы. Адонис. Уның ҡыҙылы ла, ағы ла була. Ҡыҙылы беҙҙең яҡ тәбиғәттә осрамай.