Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель 2020, 10:54

Эшен юғалтыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

БР Хөкүмәте премьер-министры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яңы социаль яҡлау саралары, республиканың мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә ҡуйыу, 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалар өсөн, әсәлек капиталына хоҡуғы булғандарға ниндәй түләүҙәр тәғәйенләнеүе тураһында һөйләне. Мәҫәлән, балаларға 3 йәштән 7 йәшкә тиклем түләү билдәләнгәндә ата-әсәнең март-апрель айҙары өсөн килемдәре иҫәпләнмәйәсәк. Тимәк, илдә ул пособиены алыусылар һаны артасаҡ. Уны алыу өсөн документтарҙы 1 июндән бирә башларға мөмкин буласаҡ. РФ Президенты инициативаһы менән илдә балалы ғаиләләр өсөн яңы социаль дәүләт яҡлау сараһы индерелә. 1 марттан һуң ата-әсә эшен юғалтһа, һәр бәлиғ булмаған бала өсөн 3 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр 3 ай дауамында – апрель, май, июндә 5 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Был ярҙамға әсәлек капиталын тотоноп бөткәндәрҙең дә хоҡуғы буласаҡ. 6 апрелдән республиканың мәшғүллек үҙәктәре эшһеҙ булараҡ иҫәпкә торорға теләүсе граждандарҙан ғаризаларҙы дистанцион режимда аласаҡ. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәшғүллек үҙәге хеҙмәтенең интерактив порталы аша башҡарырға мөмкин.- Бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, иҫәпкә тороу онлайн-режимда башҡарыласаҡ, - тип билдәләне Ленара Иванова.Ил етәксеһе В.Путиндың ҡарары менән 1 марттан һуң эшен юғалтҡан граждандарға эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме – 13449,5 һум түләнәсәк.

БР Хөкүмәте премьер-министры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яңы социаль яҡлау саралары, республиканың мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә ҡуйыу, 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалар өсөн, әсәлек капиталына хоҡуғы булғандарға ниндәй түләүҙәр тәғәйенләнеүе тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, балаларға 3 йәштән 7 йәшкә тиклем түләү билдәләнгәндә ата-әсәнең март-апрель айҙары өсөн килемдәре иҫәпләнмәйәсәк. Тимәк, илдә ул пособиены алыусылар һаны артасаҡ. Уны алыу өсөн документтарҙы 1 июндән бирә башларға мөмкин буласаҡ.
РФ Президенты инициативаһы менән илдә балалы ғаиләләр өсөн яңы социаль дәүләт яҡлау сараһы индерелә. 1 марттан һуң ата-әсә эшен юғалтһа, һәр бәлиғ булмаған бала өсөн 3 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр 3 ай дауамында – апрель, май, июндә 5 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Был ярҙамға әсәлек капиталын тотоноп бөткәндәрҙең дә хоҡуғы буласаҡ.
6 апрелдән республиканың мәшғүллек үҙәктәре эшһеҙ булараҡ иҫәпкә торорға теләүсе граждандарҙан ғаризаларҙы дистанцион режимда аласаҡ. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәшғүллек үҙәге хеҙмәтенең интерактив порталы аша башҡарырға мөмкин.
- Бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, иҫәпкә тороу онлайн-режимда башҡарыласаҡ, - тип билдәләне Ленара Иванова.
Ил етәксеһе В.Путиндың ҡарары менән 1 марттан һуң эшен юғалтҡан граждандарға эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме – 13449,5 һум түләнәсәк.
Читайте нас: