Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2020, 18:56

Ҡурсаланыу мәле нисек үтә?

Аҙна һорауыҠурсаланыу мәле нисек үтә?Бөтә донъяны хәүефкә һалып ҡалҡҡан “тажлы”киҙеү, шул йоғошло ауырыу айҡанлы килеп тыуған изоляция кешелә ниндәй уй-тойғолар уятты икән? Ҡурсаланыу ваҡытын кем нисек ҡабул итте лә кемгә нисек тәьҫир итте? Әйҙәгеҙ әле, гәзит уҡыусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ҡурсаланыу мәле нисек үтә?
Бөтә донъяны хәүефкә һалып ҡалҡҡан “тажлы”киҙеү, шул йоғошло ауырыу айҡанлы килеп тыуған изоляция кешелә ниндәй уй-тойғолар уятты икән? Ҡурсаланыу ваҡытын кем нисек ҡабул итте лә кемгә нисек тәьҫир итте? Әйҙәгеҙ әле, гәзит уҡыусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Фирүзә:
- Кемгә нисектер, ә миңә бынау "үҙҡурсаланыу" килеште.Тәүҙә уйҙарымды тәртипкә һалып алдым. Һығымталар эшләнем. Ни тиклем етеш тормошта йәшәгәнемде аңланым. Тормошҡа нығыраҡ ғашиҡ булдым. Һәр бер нәмә урынында икәнен төшөндөм. Һулар һауам - саф, әйләнә-тирәгеләрем - изге күңелле, ашар ризығым - хәләл. Күҙҙе сағылдырырлыҡ аяҙ зәңгәр күкте, ашығып үткән болоттарҙы, аяҡ аҫтын батҡаҡлап күҙгә күренеп ирегән аҡ ҡарҙы, тиртеп кенә сығып килгән ыуыҙ үләндәрҙе күрергә, тәҙрә сиртеп шыптырлап яуған ямғырҙарҙы ишетергә, биттәрҙе яғымлы ғына һыйпап иҫкән елдәрҙе тойорға форсатым бар икәненә нығыраҡ инандым.
Үҙемә яңынан-яңы шөғөлдәр таптым. Ишек алдын бер йәйрәтеп йөрөп алһам да, гөбөрләтеп һыйыр һауһам да - ҡыуанып тик йөрөйөм. Аллаһ насип итте тип шөкөр итәм. Атҡан һәр бер таң, тонйорап байыған ҡояш үҙе бер мөғжизә икәненә тулыһынса ышандым. Аллаһы Тәғәләнең миңә биргән оло бүләге бит был.
Айгөл:
- Иртән сәй эскәндә иптәшемә былай тип зарланып ултырам: “Бынау ҡәһәр һуҡҡыр "ҡытай ауырыуы" вис пландарҙы боҙҙо. Ейәнсураға кәзә тарарға бара алманым.Ҡоҙасамдың бәпесен күрергә ине, бүләк алып үҫтереп ҡайтырмын тип уйлаған инем. Өфөгә Заһир Иҫәнсуриндың концертына йыйынып, унан мәхрүм ҡалдым...” Шулай “зарҙар” менән һыйлап сәй эсерәм тегегә. Бер ваҡытта ла кире-мире һөйләшмәгән миңә аптырап ҡарап: “Ярай, ни хәл итәһең, бер һин генә күргән ҡаза түгел дә инде”, - тигән булды. Уның шул һүҙҙәренә ҡыуандым әле. Иртәнсәктән сәскәләргә һыу һибеп, яңы сәскәндәренең шытымын ҡарап алам. Иртүк кенә шулар менән булышмаһам, көндөҙ онотам да ҡуям, башҡа эштәрҙең ауына сырмалып. Ауылды үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡырылмаһа ҡырҡ эш. Кер йыуыу ҙа ҡул эше. Үҙе йыуып, үҙе сая торған “киленем” юҡ. Шулай ҙа, зарланмайбыҙ. Ҡар иреп бөтөп бара, йәшәреп кенә үлән ҡалҡа, ағастар бөрө тиртә. Шуларҙы күреп кенә лә йән ҡыуана! Үтер әле был ауыр мәлдәре лә. Кәзәһен дә тарарбыҙ, дебетен дә иләрбеҙ, концертына ла йөрөрбөҙ, һаулыҡ ҡына бирһен Аллаһ Тәғәләбеҙ, ғүмер бирһен!
Үҙебеҙҙе генә түгел башҡаларҙы ла уйлап, ҡурсалай белһәк, бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ әле.
Фәрзәнә:
- Беҙҙең тирәлә, шөкөр, ул киҙеү теркәлмәне. Шуға изоляция ваҡытын ял һымаҡ ҡабул иттек. Яҙғыһын ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ. Ғәҙәттә, май байрамдарына, йәйге отпускыға ҡала торған ҙур эштәрҙе эшләп, ыратып ҡуйҙыҡ.Тағы ла ауылда йәшәүебеҙгә ҡыуандыҡ. Ҡала кешеһе дүрт диуарҙа, ысынлап та, йонсойҙор. Ә ауылда ишек алдыңа сыҡһаң да, үҙе бер донъя. Мунсаһын яғып инһәң дә, үҙеңдеке. Мал, ҡош-ҡорт, сәскә-гөлдәр... Ике һыйыр ҙа быҙаулы, ҡаҙ ояға ултырҙы. Сәскә, йәшелсә үрсетмәләре лә үҫеп китте, уларҙы айырып ултырттыҡ, теплицаны ла рәтләнек. Эш күп, телевизор ҡарарға ла, китап уҡырға ла ваҡыт юҡ, дөрөҫөн әйткәндә.
Ғәлимйән олатай:
- Әлләсе, беҙгә, ололарға, былай көн ни, ҡурсаланыу ни. Сыҡҡылап йөрөмәйбеҙ. Көн дә шул бер тормош инде. Малды бөтөрҙөк, ҡош-ҡорт ҡына ҡалды. Баҡса эшенә әле иртә, ҡар иреп бөтмәгән. Һәүетемсә йәшәп ятабыҙ инде. Телевизорҙан яңылыҡтар тыңлап, донъя хәлдәрен белешеп торабыҙ. Именлек бирһен инде Хоҙай, сир-сырхауҙан һаҡлаһын. Ураҙа айын иҫән-һау ҡаршылап, матур итеп үткәрергә яҙһын тип теләйбеҙ.
Эйе, күгүләнгә баҫҡас, бирешмәҫбеҙ. Бөтә нәмә лә Хоҙай тарафынан кешелеккә, тереклеккә һынау итеп ебәрелгәнен иҫкә төшөрөп, һәр яҡты көнөбөҙгә, именлегебеҙгә шөкөр итәйек, нурлы көндәребеҙ алда икәнлегенә инанайыҡ.
Читайте нас: