Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2020, 17:15

Малдарға үҙаллы изоляция юҡ...

Мал аҫрау еңел эш түгел, әлбиттә, ваҡытында ашатыу-эсереү, матурлап бағыу кәрәк. Улар ҙа тере йән эйәһе, яҙ ҡарҙан әрселгәнен күреп, кәртә-ҡурала торғолары килмәй, ҡырға тартылалар. Әммә әлегә һыу-һүл мәлендә көтөү йөрөмәй, тимәк, уларҙы, теләйһеңме-теләмәйһеңме, кәртәлә тоторға тура килә. Ауыл ерендә малдарҙы әле үк ҡырға сығарып йөрөтөргә булалыр ҙа, ә бына район үҙәгендә йәшәүселәр өсөн иркенлектә йөрөгән һыйырҙар ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра: төрлө ойошмалар алдындағы түтәлдәрҙе тапайҙар, яңы моронлап килгән үҫентеләрҙе, сәскәләрҙе ашайҙар, машиналар хәрәкәтенә ҡамасаулайҙар, юлдарҙы бысраталар. Бына бөгөн дә өс һыйыр ДОСААФ алдындағы газондарҙа үҫкән үләндәрҙе бер аҙ тапап, бер аҙ ашап өлгөрҙө...Мал аңлы йән эйәһе түгел, ниндәй генә осраҡта ла улар өсөн хужалары яуаплы, мал аҫраусылар шул хаҡта онотмаһын һәм башҡалар хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнһен, малдарын ҡарауһыҙ килеш иркенлеккә сығармаһын ине!

Мал аҫрау еңел эш түгел, әлбиттә, ваҡытында ашатыу-эсереү, матурлап бағыу кәрәк. Улар ҙа тере йән эйәһе, яҙ ҡарҙан әрселгәнен күреп, кәртә-ҡурала торғолары килмәй, ҡырға тартылалар. Әммә әлегә һыу-һүл мәлендә көтөү йөрөмәй, тимәк, уларҙы, теләйһеңме-теләмәйһеңме, кәртәлә тоторға тура килә. Ауыл ерендә малдарҙы әле үк ҡырға сығарып йөрөтөргә булалыр ҙа, ә бына район үҙәгендә йәшәүселәр өсөн иркенлектә йөрөгән һыйырҙар ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра: төрлө ойошмалар алдындағы түтәлдәрҙе тапайҙар, яңы моронлап килгән үҫентеләрҙе, сәскәләрҙе ашайҙар, машиналар хәрәкәтенә ҡамасаулайҙар, юлдарҙы бысраталар. Бына бөгөн дә өс һыйыр ДОСААФ алдындағы газондарҙа үҫкән үләндәрҙе бер аҙ тапап, бер аҙ ашап өлгөрҙө...
Мал аңлы йән эйәһе түгел, ниндәй генә осраҡта ла улар өсөн хужалары яуаплы, мал аҫраусылар шул хаҡта онотмаһын һәм башҡалар хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнһен, малдарын ҡарауһыҙ килеш иркенлеккә сығармаһын ине!
Читайте нас: