Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2020, 16:14

Республикала пенсионерҙар һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелә

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров ололарҙы өйҙә ултырырға һәм тағы ике аҙна түҙергә саҡырҙы. Режимды боҙған өсөн штраф ҡаралған, уны элеккегә ҡарағанда әүҙемерәк яҙырға вәғәҙә бирҙеләр. “Ниндәй хәл, ниндәй шарттар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ 65 йәштән өлкәндәрҙең тышта йөрөү ваҡытын сикләйбеҙ. Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем 65 йәштән өлкәндәрҙең йәмәғәт урындарына бармауын талап итәбеҙ,” — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Балалар өсөн дә “комендант сәғәте” индерелде – уларға киске сәғәт 6-нан төшкө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла. Мәҫәлән, балаларҙың ата-әсәһенең йомошо буйынса магазинға барып килеү өсөн биш сәғәт ваҡыты бар. Режимды боҙған өсөн штрафты ата-әсәләр түләйәсәк.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров ололарҙы өйҙә ултырырға һәм тағы ике аҙна түҙергә саҡырҙы. Режимды боҙған өсөн штраф ҡаралған, уны элеккегә ҡарағанда әүҙемерәк яҙырға вәғәҙә бирҙеләр.
“Ниндәй хәл, ниндәй шарттар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ 65 йәштән өлкәндәрҙең тышта йөрөү ваҡытын сикләйбеҙ. Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем 65 йәштән өлкәндәрҙең йәмәғәт урындарына бармауын талап итәбеҙ,” — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Балалар өсөн дә “комендант сәғәте” индерелде – уларға киске сәғәт 6-нан төшкө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла. Мәҫәлән, балаларҙың ата-әсәһенең йомошо буйынса магазинға барып килеү өсөн биш сәғәт ваҡыты бар. Режимды боҙған өсөн штрафты ата-әсәләр түләйәсәк.
“Балаларға ҡарата ла үҙаллы изоляция режимының йомшара барыуы теркәлә. Улар өйҙә ултырырға тейеш. Бынан тыш, уларҙың дәрестәре бара. Шуға күрә беҙ балалар ҙа урындағы ваҡыт буйынса киске 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш тигән ҡарар ҡабул иттек,” — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы һәм биләмәләрҙе тикшереүҙе көсәйтергә, ә режимды үтәмәгән кешеләргә ҡарата яуаплылыҡты арттырырға ҡушты.
.
Читайте нас: