8 апрелдә республикала doroga02.ru порталы эшләй башланы. Үҙаллы изоляция режимы үҙ көсөндә булғанда республикала йәшәүселәр үҙҙәренең шәхси автомобилендә кисектермәҫ эш буйынса барыр өсөн ошо сервис ярҙамында рөхсәт ала аласаҡ. Тәүҙә граждандар унда үҙаллы изоляцияны ҡайҙа үтеүен һәм автомобиль номерын күрһәтеп, теркәлергә тейеш. Форма шулай уҡ барыуҙың маҡсатын һораясаҡ. Рөхсәт ҡағыҙын баҫтырып алырға йәки электрон төрҙә һаҡларға кәрәк. Көнөнә бер тапҡыр 90 минут йөрөргә рөхсәт ителә:
*яҡын туғандарыңдың балаһы тыуһа,
* яҡын туғаның вафат булһа;
* икенсе ауылдан үҙ йортоңа ҡайтҡанда;
* яҡын туғандарыңа дарыу, аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле әйберҙәр алып барғанда;
*алдан яҙылыу буйынса дауаханаға барғанда;
* күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндә;
*банк йәки башҡа төрлө финанс ойошмаларына мөрәжәғәт иткәндә;
* үҙең үҫтергән һәм етештергән тауарҙарҙы һатырға барғанда;
*10 апрелдән баҡса участкаларына һәм дачаларға барырға мөмкин.
Был сервисты асып, власть халыҡтың үҙдисциплина һәм аҡыл менән уйлап эш итеүенә ышана.