Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2020, 22:36

Алсаҡ та, сая рухлы, талапсан да ул

Алсаҡ та, сая рухлы, талапсан да...8 апрель – хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө. Һөнәри байрамдары көнөндә был өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итеүсе Рафиҡова Гөлгөнә Миғран ҡыҙын телгә алмау мөмкин түгел. Хәйер, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы вазифаһын йөкмәгән гүзәл затты районда белмәгәндәр бик һирәктер. Тормошоноң иң гүзәл мәлдәрен мәғариф өлкәһенә бағышлап, күпме бала йөрәгендә башҡорт теле кеүек наҙлы, яғымлы инглиз теленә ҡарата һөйөү уятты ул! Аҙаҡ хәрби комиссариатҡа эшкә урынлашып, иңдәренә яуаплы бурыстар алып, тиҙ арала бында үҙ кешегә әүерелде

8 апрель – хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө
Һөнәри байрамдары көнөндә был өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итеүсе Рафиҡова Гөлгөнә Миғран ҡыҙын телгә алмау мөмкин түгел.
Хәйер, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы вазифаһын йөкмәгән гүзәл затты районда белмәгәндәр бик һирәктер. Тормошоноң иң гүзәл мәлдәрен мәғариф өлкәһенә бағышлап, күпме бала йөрәгендә башҡорт теле кеүек наҙлы, яғымлы инглиз теленә ҡарата һөйөү уятты ул! Аҙаҡ хәрби комиссариатҡа эшкә урынлашып, иңдәренә яуаплы бурыстар алып, тиҙ арала бында үҙ кешегә әүерелде.
Бала саҡ хыялынан, белем усағынан, үҙенә ихтирам-хөрмәт менән ҡараған коллегалар, уҡыусы балаларҙан айырылыуы бер ҙә еңел булмағандыр, әммә сая рухлы, ынтылышлы эшһөйәрҙең:
- Эшемде ныҡ яратам. Һөнәр алмаштырырға бер ҡасан да һуң түгел, бары тик эшкә, тормошҡа дәртең булһын, - тигән һүҙҙәренең ихлас йөрәктән әйтелеүенә иманыбыҙ камил.
Әйткән һүҙҙәрен үҙ өлгөһөндә иҫбатлаған, өҫтәүенә алсаҡлығы, ябайлығы менән арбаусы, бер үк ваҡытта талапсан була белгән төплө белемле хеҙмәткәр – өс балаһы өсөн өҙөлөп тороусы изгелекле, хәстәрлекле әсә лә, ярһыу йәшлегендә үҙе тиң иткән икенсе яртыһы өсөн ышаныслы тормош юлдашы ла.
Намыҫлы хеҙмәткәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың йома һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: