Беҙҙең республикала уның минималь күләме 1725 һум булһа, максималь күләме – 13 949 һум. Эшһеҙлек буйынса пособие һәр осраҡта шәхси рәүештә билдәләнә, күләме граждандың һуңғы эш урынындағы уртаса эш хаҡынан, үткән йылдың хеҙмәт аҙнаһы күләменән, эштән китеү сәбәбенән сығып билдәләнә.