Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2020, 11:59

Яҡты зиһенле уҙаман ине...

Бикес ауылынан Зиннур олатай Ишемғолов мәрхүмде белмәгәндәр һирәктер. 60 йәштәр тирәһендә күреү һәләтен юғалтҡан олатай ятлаған шиғыр яҙмалары әле булһа йөрөй интернет киңлектәрендә. Ҡабат-ҡабат ҡарап, яҡты зиһенле, шәп хәтерле булған икән тип уйлайһың. “Шоңҡар” журналы (ул ваҡытта Азамат Юлдашбаев ине баш мөхәррир) ойошторған “Минең Рәми” шиғри марафонында “Табыныу” поэмаһын яттан һөйләп, барса халыҡты хайран иткәйне ул. Аҙаҡ “Халыҡ шағиры Бикбай” шиғыр һөйләүселәр интернет-конкурсында “Халҡыма хат” поэмаһын ятлап, ҡатнашты Зиннур олатай. 2014 йылдың майында Рауил Бикбаев үҙе килде уның менән танышырға. Шағирҙы ҡапҡа алдында уның шиғырын һөйләп ҡаршы алғаны әле булһа хәтерҙә.

Бикес ауылынан Зиннур олатай Ишемғолов мәрхүмде белмәгәндәр һирәктер. 60 йәштәр тирәһендә күреү һәләтен юғалтҡан олатай ятлаған шиғыр яҙмалары әле булһа йөрөй интернет киңлектәрендә. Ҡабат-ҡабат ҡарап, яҡты зиһенле, шәп хәтерле булған икән олатай тип уйлайһың.
Мин уның менән “Шоңҡар” журналы (ул ваҡытта Азамат Юлдашбаев ине баш мөхәррир) ойошторған “Минең Рәми” шиғри марафоны мәлендә танышҡайным. “Табыныу” поэмаһын яттан һөйләп, барса халыҡты хайран иткәйне ул. Аҙаҡ “Халыҡ шағиры Бикбай” шиғыр һөйләүселәр интернет-конкурсында “Халҡыма хат” поэмаһын ятлап, ҡатнашты Зиннур олатай. 2014 йылдың майында Рауил Бикбаев үҙе килде уның менән танышырға. Шағирҙы ҡапҡа алдында уның шиғырын һөйләп ҡаршы алғаны әле булһа хәтерҙә.

Ул тормошто бик яратты. Оптимист булды, заман менән бергә атларға тырышты. Яҙмышында ниндәй генә һынауҙар аша үтмәһен, теҙләнмәне-сүкмәне.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ауылы Бикесте, уның тәбиғәтен иҫ киткес яратты. Уларға арнап шиғырҙар яҙҙы, йыл һайын туғандары менән Таштауына менергә мөмкинлек тапты. Көн һайын Наҡаҫ йылғаһы туғайына барҙы, йома намаҙына мәсеткә йөрөнө. Ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ ҙа уны ихтирам итте. Яҡыныбыҙ тураһында үткән заманда һөйләүе лә ҡыйын. Ул һәр саҡ беҙҙең арала кеүек. Ул гел, ғаиләбеҙ имен булһын, тип доға ҡыла торғайны, хәҙер беҙ ҙә уға доғаларыбыҙҙы юллайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә уның урынын йәннәткә билдәләгәндер, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Зиннур олатайҙың ҡыҙы Алһыу Ишемғолова хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Эйе, яҡты зиһенле, шәп хәтерле олатайҙы киләсәктә лә һағынырбыҙ әле, уның туралағы матур хәтирәләр туғандарының ғына түгел, бик күптәрҙең - шиғыр һөйөүселәрҙең, нәфис һүҙ оҫталарының һәм башҡаларҙың - йөрәгендә оҙаҡ, бик оҙаҡ һаҡланыр...
Ишемғоловтарҙың ғаилә архивынан һәм автор фотолары.
Читайте нас: