Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2020, 10:00

Автомобилдәргә техник тикшереү тәртибе үҙгәрә

Дәүләт Думаһы автомобилдәрҙе техник тикшереү саралары буйынса төҙәтмәләр индерҙе. Ҡабул ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, 4 йылдан 10 йылға тиклем ҡулланыуҙа булған еңел һәм 3,5 тоннаға тиклем йөк ташыусы автомобилдәре, тағылмалар, ярым тағылмалар, мототранспорттар ике йыл һайын техник тикшереү үтергә тейеш.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Дәүләт Думаһы автомобилдәрҙе техник тикшереү саралары буйынса төҙәтмәләр индерҙе.

Ҡабул ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, 4 йылдан 10 йылға тиклем ҡулланыуҙа булған еңел һәм 3,5 тоннаға тиклем йөк ташыусы автомобилдәре, тағылмалар, ярым тағылмалар, мототранспорттар ике йыл һайын техник тикшереү үтергә тейеш.
Ошондай уҡ транспорт саралары 10 йылдан артыҡ ҡулланыуҙа булһалар, техник тикшереүҙе йыл һайын үтергә тейештәр. Яңы алынған техник сараларына дүрт йылға тиклем техник тикшереү талап ителмәй.
Сығарылғандан алып 5 йылға тиклемге еңел таксиҙар, автобустар һәм һигеҙ кешене артыҡ ташыуға яраҡланған, йыһазландырылған ҙур машиналар тикшереүҙе йыл һайын үтергә тейеш.
Биш йылдан артыҡ ҡулланыуҙа булған ошо категорияға ингән транспорт саралары һәм 3,5 тоннанан ашыу йөк ташыусы автомобилдәр, водителдәрҙе уҡытыу һәм әҙерләү өсөн ҡулланылған транспорт саралары 5 ай һайын техник күҙәтеү үтергә тейеш.
Читайте нас: