Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 18:28

Теҙелешеп ҡайта ҡыр ҡаҙҙары...

Ҡыр ҡаҙҙары үҙенә иште ғүмерлеккә һайлай, ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлай. Уларға ғына түгел, ғөмүмән, бөтә төр ҡоштарға ла хас ул был күренеш. Аҡҡош, мәҫәлән, парын юғалтһа, башҡа аҡҡош менән ҡауыша алмай, ҡалған ғүмерен яңғыҙ үткәрә, тиҙәр. Бөркөттәрҙе алайыҡ. Юҡҡа ғына бөркөттәр оя ташламай тимәйҙәр. Ысынлап та, был ғорур ҡоштар төйәк иткән еренә ерегә, тоғролоҡ һаҡлай икән.

-Ҡаҙҙар ҡайҡан! Атайың күргән бөгөн! - Әллә ниндәй ҡәҙерле ҡунаҡ килеп төшкәндәй һөйөнсөләп шылтырата әсәйем. - Ниндәй тауыш сыға икән тип ҡараһам, тупланышып ҡаҙҙар оса, ти атайың. Инде көндәр йылыға тартыр ул, ҡаҙҙар ҡайтҡас.
Атайым бәхетле, гел генә ҡаҙ-өйрәктәр, торналар ҡайтҡанын иң беренсе булып күрә. Күрә лә әсәйгә һөйөнсөләй. Әсәй үҙ сиратында беҙгә шылтыратып матур хәбәрҙе еткерә.
Ҡоштар — тәбиғәттең ғәжәйеп бер йән эйәһе ул. Уларҙың тормошо күҙәтеп кенә лә әллә нимәләр белергә, хатта тормош асылына төшөнөргә була.
Яҙ етеп, көндәр йылына башлау менән беҙ барыбыҙ ҙа ҡоштар ҡайтҡанын көтәбеҙ. Иң беренсе булып ҡарғалар, унан саҡ ҡына ҡалыңҡырап сыйырсыҡтар ҡайта. Ҡарғаларҙың тормошо ла бик ҡыҙыҡлы ғына: уны күҙәтеп миҙгелдең нисек килерен күҙалларға ла була. Мәҫәлән, ҡыш йылы булыр булһа, ҡарғалар йылы яҡҡа осмай; ҡыш, киреһенсә, ҡаты килер булһа, ҡарғалар иртә көҙҙән үк тупланыша башлай икән. Ҡарғалар тормошо кешенеке менән йәнәшә барғанғамы, беҙ уларға бик иғтибар ҙа итеп бармайбыҙ, ихтирам да итмәйбеҙ. Ә бына меңәрләгән саҡрым ер үтеп, оя ҡорорға тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын, торналарҙы, аҡҡоштарҙы беҙ, нисектер эске бер тулҡынланыу, йәлләү ҡатыш һоҡланыу тойғоһо менән көтөп алабыҙ.
Ҡыр ҡаҙҙарын беҙ яу ҡырында ятып һалдаттарҙың рухы менән сағыштырабыҙ. Был образды Рафаэль Сафин “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырында асып бирә. Ҡыр ҡаҙҙарының яҙмышы тыуған яғынан яҙып, бер ҡайтырға тилмереп , зар-интизар булып йәшәгән кеше яҙмышына ла оҡшаш, тибеҙ. Ысынлап та, уларҙың тормошо кеше тормошона бик ныҡ оҡшаш икән ул. Быны орнитологтарҙың төрлө ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәре лә иҫбатлай. Ҡыр ҡаҙҙары үҙенә иште ғүмерлеккә һайлай, ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлай. Уларға ғына түгел, ғөмүмән, бөтә төр ҡоштарға ла хас ул был күренеш. Аҡҡош, мәҫәлән, парын юғалтһа, башҡа аҡҡош менән ҡауыша алмай, ҡалған ғүмерен яңғыҙ үткәрә, тиҙәр. Бөркөттәрҙе алайыҡ. Юҡҡа ғына бөркөттәр оя ташламай тимәйҙәр. Ысынлап та, был ғорур ҡоштар төйәк иткән еренә ерегә, тоғролоҡ һаҡлай икән.
Ҡаҙҙар кеше аяғы бик баҫмаған, тыныс урындарҙа – башлыса ҡуйы ҡамышлы күлдәрҙә оя ҡора. Ҡоро-һары сыбыҡ, кипкән япраҡтан үҙенә йылы итеп оя ҡора, түшенән мамыҡ йолҡҡолап түшәй. Ғәҙәттә, ҡаҙҙар 4-12 йомортҡа һала. Әле апрель башы. Берәр ай самаһы үтеүгә бәпкәләре сығасаҡ. Ҡыр ҡаҙҙарының бәпкәләре ныҡ була, икенсе көнөндә үк әсәләренә эйәреп, һыуға төшә, ем эҙләй.
Ҡыр ҡаҙҙарының ҡайтыуы – илаһи, шиғри бер күренеш ул. Зәңгәр күктә өсмөйөш яһап ҡаңғылдашып осҡан, әллә нисәмә диңгеҙ өҫләп, ер аяғы-ер башынан ашҡынып ҡайтып килгән ҡоштарҙы күҙәткәндә йөрәктәр һыҙып, күҙҙәргә йәштәр тула хатта. Уларға арнап йырҙар яҙабыҙ, шиғырҙар ижад итәбеҙ. Улар әҙәбиәттә лә айырым тема булып, ныҡлы урын биләгән.
...Теҙелешеп ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын
Йөрәкһенеп торҙом күҙәтеп.
Был донъялар фани ғына, тиеп
Әйтә кеүек ҡаҙҙар киҫәтеп...
Автор фотоһы.
Читайте нас: