Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 19:45

Халыҡҡа социаль ярҙам саралары

Үткән шаршамбы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова коронавирус сире шарттарында республка халҡына социаль ярҙам сараларына арналған онлай-брифинг үткәрҙе. Һорауҙар байтаҡ булды. Уларға яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

Үткән шаршамбы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова коронавирус сире шарттарында республка халҡына социаль ярҙам сараларына арналған онлай-брифинг үткәрҙе.
Һорауҙар байтаҡ булды. Уларға яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
- Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы нисек иҫәпләнә?
- Указға ярашлы, карантин осоронда окладта эшләгән кешеләрҙең хеҙмәт хаҡы тулыһынса һаҡлана. Хеҙмәт хаҡы эш күләменә ҡарап түләнгәндәргә ҡыйынға тура киләсәк. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы был аҙнала хеҙмәткәр эшкә йәлеп ителмәһә лә, эш биреүселәргә килешеүҙәр, аныҡ предприятиеның үҙенә генә хас локаль норматив документтары менән ҡаралған күләмдә өҫтәмә аҡса түләргә (матди дәртләндерергә) тәҡдим итә. Был осраҡта ла кәртәләр етерлек: йә бындай локаль документ бөтөнләй юҡ, йә түләү күләме 30-100 һум ғына. Шуныһы мөһим: һәр локаль документ профсоюздың (әгәр ул булһа) фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителергә тейеш. Ҡатмарлы шарттарҙа эш биреүселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бындай документтарҙы ҡайтанан ҡарап, түләүҙе көндәлек уртаса эш хаҡынан түбән булмаған күләмдә билдәләргә тәҡдим ителә.
- Хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- Һәр кеше Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында ойошторолған “ҡыҙыу линия” телефондарына шылтырата ала. Министрлыҡ белгестәренең телефондары: 8 (347) 218-07-25, 8 (347) 218-06-47, 8 (347) 280-88-17, 8-960-80-666-45 (WhatsApp хәбәрҙәре өсөн), 8-800-707-88-41 – Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттең “ҡыҙыу линияһы”, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһындағы “ҡыҙыу линия”: 8 (347) 277-87-02.
- Предприятие эшмәкәрлеге туҡтап торғанда, эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәренә нисек түләргә?
- Дәүләт предприятиеларға ярҙам итергә әҙер. Әле халыҡтың мәшғүллегенә мониторинг яһала, ярҙам саралары ҡарала. Эш биреүселәргә “Рәсәй эше” (“Работа России”) порталындағы шәхси кабинет аша хеҙмәткәрҙәрен эштән бушатыу, тулы булмаған мәшғүллек һәм арауыҡта эшләү тәртибен ғәмәлгә индереү тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк.
- Пособиеларҙы оҙайтыу өсөн документтарҙы нисек тапшырырға?
- Ғәмәлдә булыу ваҡыты быйыл 1 апрелдән 31 авгусҡа тиклем үткән төбәк социаль ярҙам сараларын оҙайтыу өсөн ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ. Йәғни граждандар балаға айлыҡ пособиены, Башҡортостандағы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм яңғыҙ граждандарға социаль пособие, ишле ғаиләләрҙең айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды ай һайын аҡсалата компенсациялау аҡсаһын һәм башҡаларҙы ғаризаһыҙ алыуын дауам итәсәк. Яңы социаль ярҙам сараларына килгәндә, ғаризаны Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең төбәк порталындағы шәхси кабинет аша ебәрергә мөмкин.
- Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә эшләгәндәр ниндәй эш хаҡы алыр?
- Рәсми теркәлмәй эшләп, был урынды юғалтҡандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшһеҙлек буйынса түләүгә иҫәп тота алмай. Ундай граждандарға башҡа төрлө социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Тимәк, ундай эш хаҡына ризалашырға ярамай.
- Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы кемгә бирелә?
- Бында аныҡ категориялар ҡаралмаған – мохтаждар, айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисергәндәр бар. Улар тураһында ла мәғлүмәтте “ҡыҙыу линия” аша йыялар. “Ҡыҙыу линия” телефоны: 8-800-775-00-14.
Читайте нас: