Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 19:08

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә

Коронавирус пандемияһына бәйле, Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы кисектерелә, хәрби комиссиялар 1 апрелдән түгел, ә әлегә 15 апрелдән эш башлаясаҡ, тип планлаштырыла.

Коронавирус пандемияһына бәйле, Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы кисектерелә, хәрби комиссиялар 1 апрелдән түгел, ә әлегә 15 апрелдән эш башлаясаҡ, тип планлаштырыла.
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан бөтәһе 9 меңдән ашыу егет хеҙмәткә алынасаҡ. Беҙҙең Күгәрсен менән Ейәнсура райондарын хеҙмәтләндереүсе хәрби комиссариаттан бөтәһе 101 кеше Ҡораллы Көстәр сафына баҫырға тейеш. Буласаҡ ил һаҡсылары ғәҙәттәге медицина тикшереүе үтеү менән бергә коронавирус инфекцияһына ла тикшереләсәк.
Читайте нас: