Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 18:09

Атайым тураһында һөйләйем

"Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын күңелдә тәрән һағыш, ҡәҙерле атайымды һағыныу хисе солғап ала, алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләре яңыра, атайым менән йәшәгән ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙең кире әйләнеп ҡайтмауын аңлау - йөрәкте һыҙлата. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бихисап орден- миҙалдарға лайыҡ булған ҡыйыу йөрәкле атайыбыҙ Ташбулатов Мәхийән Ғәйзулла улының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ошо яҡты көндәрҙе күреү насип булмаған, йөрәк һәм тән яраларынан етмеш йәшенә лә етә алмай вафат булған яугирҙарҙың береһе ул", - тип яҙа беҙгә уның ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшиҙә ИЛСЕҒОЛОВА. Яугир тормошо тураһында мәҡәләнең дауамы - сайтта.

Мин теләйем: яҡты, тыныс тормош,
Мәңге-мәңге атһын сәскәһен!
Илем халҡы һис бер ваҡытта ла,
Һуғыш яфаларын күрмәһен.
Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын күңелдә тәрән һағыш, ҡәҙерле атайымды һағыныу хисе солғап ала, алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләре яңыра, атайым менән йәшәгән ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙең кире әйләнеп ҡайтмауын аңлау - йөрәкте һыҙлата.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бихисап орден- миҙалдарға лайыҡ булған ҡыйыу йөрәкле атайыбыҙ Ташбулатов Мәхийән Ғәйзулла улының тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ошо яҡты көндәрҙе күреү насип булмаған, йөрәк һәм тән яраларынан етмеш йәшенә лә етә алмай вафат булған яугирҙарҙың береһе ул.
Күгәрсен районының Өмөтбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә 1923 йылда тәүге бала булып донъяға килә ул. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, унан Юлдыбай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, уны тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай, бер нисә йылдан Белорет ҡалаһына ФЗО-ға ебәрелә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып, 9 ай үтеүгә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Мәләүездәге хәрби комиссариатҡа ат менән оҙатып ҡуя ҡартатайым уны.
18-19 йәшлек егеттәрҙе Тамбов артиллеристар училищеһына уҡырға ебәрәләр. Ҡыҫҡа сроклы әҙерлек курстарынан һуң немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы дәһшәтле һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһе – Сталинградҡа оҙаталар...
Үҙен аямай күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән “Сталинградты обороналағаны өсөн” миҙалы менән наградлана. Курск ҡалаһы эргәһендәге (Курская дуга) ҡанлы ғәрәсәттәрҙә лә юғалып ҡалмай ул: ҡыйыулығы, командование ҡуйған бурысты еренә еткереп намыҫлы үтәгәне өсөн “Батырлыҡ өсөн” (“За отвагу”) миҙалы менән билдәләнә. Был миҙал, моғайын, яу юлын үткән һәр һалдат өсөн иң ҡәҙерлеһелер.
Хәрәкәт итеүсе армия менән 31-се артиллерия полкы составында ҡалаларҙы, ауылдарҙы азат итә-итә Берлинғаса данлы-шанлы юл үтә Мәхийән Ғәйзулла улы.
... Бер айҙан ашыу бер ҙә сисенмәй баралар ҙа баралар яугирҙар. Бына, ниһайәт, ҡыҫҡа ялға туҡтарға бойороҡ бирелә. “Бик оҙаҡ ҡаты алыш барҙы, хәл алырға ла, өҫ-баштарҙағы кейемдәрҙе лә киптерергә лә форсат юҡ. Аяҡтағы быймаларҙы сисеп тә булмай- быйма аяҡҡа йәбешкән”, - тип һөйләгәне һаман хәтеремдә.
“Һалдаттарға бирелгән тәмәке, нарком паегын олораҡ яугиҙарға биреп, урынына икмәк ала инек”, - ти торғайны ул. Ләкин дәһшәтле, ҡан ҡойғос һуғыш дауам итә. Алда – ҡотҡарылырға тейеш күпме ҡалалар, илдәр... Атайыбыҙҙың ҡырҡыу белмәҫ батыр яугир булыуы тураһында Юғары Баш командующийҙың бик күп рәхмәт хаттары ла һөйләй. Ә инде 1944 йылдың март айында часть командиры полковник Тарасенковтан ауылға- ата-әсәһенә рәхмәт хаты килеп төшә: “ ... Часть командованиеһы улығыҙ Ташбулатов Мәхийән Ғәйзулла улы менән ғорурлана һәм ун уңыштары, батырлыҡтары менән һеҙҙе лә ҡыуандыра...”
Һөйөклө Тыуған иленең, ата-әсәһенең, туғандарының бөтә совет халҡының азатлығын яҡлап күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Байраҡ”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендарына лайыҡ була атайыбыҙ. “Рославлде азат иткән өсөн” рәхмәт хаты, “Севастополде обороналағаны өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Будапешты азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” (“За взятие Берлина”) “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн” һәм Баш командующийҙың бихисап рәхмәт хаттары ҡәҙерле атайыбыҙҙың мәкерле дошманды еңеү, үҙ ояһында ҡыйратыу өсөн бөтә көсөн биреп һуғышыуын раҫлай.
Илебеҙҙең героик йылъяҙмаһында айырым почетлы урынды биләгән Бөйөк Еңеү таңы ата... Бөтә ил халҡы, һәр яугир әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ, тантана кисерә. Кемдәрҙер Тыуған иленә, өҙөлөп көткән балалары, туғандары янына юл тоторға йыйына, ә Мәхийән Ғәйзулла улы тағы ике йыл – 1947 йылдың апреленә тиклем Германиялағы Совет Оккупацион ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Был ҡатмарлы осор тураһында атайыбыҙ һөйләргә яратманы.
... Тыуған илгә ҡайтыр алдынан Советтар Союзы Маршалы Германиялағы оккупацион ғәскәре баш командующийы Соколовский тапшырған рәхмәт хатынан өҙөк килтерәм:
“ ... Һеҙҙең өлөшкә бик күп ауыр һынауҙар төштө, ләкин улар бушҡа үтмәне - яуыз һәм мәкерле дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғышып, Еңеү яуланыҡ. Һеҙ ... дошманды үҙ ояһында тар-мар итеп, Берлин өҫтөнә Еңеү байрағын элдегеҙ.
Беҙҙең социалистик дәүләтебеҙҙең тыныслығын һәм именлеген һиҙгер һаҡланығыҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Совет Армияһы яугиры намыҫын юғары тоттоғоҙ! Тыуған ил хәҙер һеҙҙе үҙенә саҡыра. Ғаиләгеҙгә, тыныс, имен тормошҡа хәйерле юл!..”
1947 йыл, апрель. Ағастарҙың бөрөләре тулышҡан, ҡояш йылы нурҙары менән иркәләй, бәрәкәтле изге тупраҡтан йылы быу бөркөлә, бөтә тирә-яҡ йәнләнә. Тыуған яҡтың һәр ағасы, һәр ташы, һәр ҡыяғы һағындырған... Осраҡлы ылауға ултырып, күкрәге тулы орден-миҙалдар таҡҡан зифа буйлы һылыу бер һалдат ҡайтып килә ауылға. Күңеле шатлыҡҡа тулышҡан: тиҙҙән һағынып көткән ата-әсәһен, ҡустыларын күрер, һағыштары баҫылыр!
Әммә ауылға инер өсөн Оло Эйек йылғаһы аша сығырға кәрәк. Йылға ҡотороп-урғылып аға, ярҙарына һыймай шаулай, тулҡындары күбекләнеп ярға һуғыла. Ауыл яҡлап яр башында бер малай ултыра. Һалдат уға ҡысҡыра:
- Һин кем малайы?!
- Ғәйзулланыҡы!!!- тигән яуап ишеткәс, ҡыуанып китә. Уның бер утған ҡустыһы бит! Ғәлиәхмәт бит! Әллә ағаһының ҡайтырын йөрәге һиҙеп, ярға сығып көтөп ултырғанмы 11 йәшлек бала?!
Кәмә йөрөтөүсе Байғазаков Фазулла ағайға барып әйтә ҡустыһы. Шулай итеп, бөтә Европаны урап сыҡҡан Еңеү һалдаты атай тупһаһына аяҡ баҫа.
Тыныс тормошҡа, фиҙаҡәр хеҙмәткә һыуһаған, фронтта саҡта уҡ партияға ингән яугир ең һыҙғанып эшкә тотона. Өмөтбай ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрелгән Нажиә Исмәғил ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Белемен камиллаштырыу теләге Мәхийән Ғәйзулла улын Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына алып килә. 1955 йылда уны тамамлап, “Күгәрсен” совхозында агроном булып эш башлай. Аҙаҡ колхоз рәйесе, бүлексә идарасыһы, бригадир, унан ауыл советы рәйесе булып эшләй.
Партия ҡайҙа ҡуша - шунда бара, бөтә көсөн биреп хеҙмәт итә атайыбыҙ. Район советы башҡарма комитетының кадрҙар бүлеге мөдире булып та уңышлы эшләй ул. Юғары мәҙәниәтле, төплө грамоталы атайыбыҙ кешеләр менән уртаҡ тел табып, һәр эшен еренә еткереп башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һуңғы ун йылда юл участкаһы мастеры булды.
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн ул бик күп Маҡтау грамоталары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 25, 30, 40 йыллыҡ юбилей миҙалдарына лайыҡ була, СССР Маршалы А. Гречконың ҡотлау хаттары ла килеп тора.
Ҡәҙерле атайыбыҙ уҡымышлы, юғары интеллектлы кеше булыуы менән айырылып торҙо. Ауылдаштар, өлкән йәштәге олатайҙар төрлө үтенес, һорауҙар менән кәңәшкә килерҙәр ине. Берәүҙәр пенсия юлларға ғариза яҙыш тип килһә, икенселәр ҡайһы ойошмаға барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеген белешергә килә. Атйым барыһына ла ентекле аңлатып, кәңәштәрен бирер ине...
Мәхийән Ғәйзулла улының беҙҙең аранан килеүенә 28 йыл үтеп китте. Ләкин бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай тигәндәй, йылдар үткән һайын уның баҫалҡы, сабыр, алсаҡ сырайын, изгелекле, мәрхәмәтле холҡон нығыраҡ юҡһынабыҙ. Ни ҡәҙәр ҡаты ауырыһа ла, беҙгә белдермәҫкә тырышып, йылмайып, арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп, дәртләндереп торған булыр ине...
Ауылыбыҙҙа тәүге мотоциклды, тәүге телефонды ла ул һатып алды. Радио үтмәгәйне әле ул ваҡытта, ауылдаштар йыйылышып ишек алдында йәшел үләнгә балаҫ түшәп, теҙелешеп ултыралар ҙа, донъя хәлдәрен һөйләшә. Апай- инәйҙәр патефондан халыҡ моңдарын тыңлай, үҙҙәре лә ҡушылып йырлай...
Ғәҙел, тура һүҙле, кешеләргә ярҙамсыл, беҙҙең бөгөнгө тыныс, бәхетле тормош өсөн үҙен аямаған изге күңелле атайыбыҙ булғанға сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙгә тоғро тормош иптәше лә булды атайыбыҙ. Ә беҙгә, биш ҡыҙына, дөрөҫ тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған абруйлы атай ине...
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү изге, мөһим бурыстарҙың береһе ул бөгөн дә. Сөнки яуланған Еңеүҙең хаҡы үтә лә юғары, үтә лә ҡиммәт.
Еребеҙҙә, илебеҙҙә ҡабат һуғыш ғәрәсәте ҡупмаһын, ил-көнөбөҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыуын теләйек, туғандар!
Ҡояш ҡалҡты. Сәскә, һин дә уян!
Күрегеҙ һеҙ алһыу таң матурлығын!
Белегеҙ һеҙ, әй, кешеләр,
Батырҙарҙың ҡәҙерҙәрен!
Гөлсәскәгә күмегеҙ һеҙ,
Батырҙарҙың ҡәберҙәрен!
Читайте нас: