Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 18:43

Абруйлы һүҙ

Туғыҙҙы бөткән йыл булғандыр. Әсәй менән автовокзалда торабыҙ. Ҡайҙалыр юлланған сағыбыҙ ине. Сибайға микән, Йылайырғамы - онотолған. Әсәй күлдәктә, мин ҡыҫҡа шортыла. Юл йөрөүгә уңай тип, бер иҫке салбарымды ҡырҡып, тектереп алғайным.Автобус килеп туҡтаны. Беҙ ҙә ошоға ултырырға тейеш, шикелле. Бына унан ап-аҡ сәсле бер олатай төшөргә ыңғайланы. Хәрби костюмда, түшендә шаурап торған миҙал. Төштө. Мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, ергә сыртлата төкөрөп ебәрҙе. Урыҫ ине. Һүгенеп үк әрләргә кереште. Ныҡ әрләне. Эргәмдә торған әсәйем дә мине яҡлап һүҙ өндәшмәне. Мин дә үҙемде яҡларлыҡ, аҡларлыҡ һүҙ тапманым. Тәүҙә, дыуамалланып: "Нимә теләйем, шуны кейәм!"-тип әйтергә уйлағайным, әсәйемдең терһәге менән еңелсә төртөп ебәреүе тыйҙы. Әсәйем:"Әйт, башҡа кеймәйем тип әйт",-тип әйттереүен тәүҙә аңламаһам, хәҙер килеп әсәйемдең зирәк аҡылына һоҡланып бөтә алмайым. Өлкән кешенең хәтерен һаҡлаған. Кеймәнем түгел, кейҙем мин ул аҙаҡ шорты ла, ҡыҫҡа итәк тә, әммә ололар алдында кеймәнем... Бер шулай өләсәйҙәргә барҙыҡ. Мин оҙон итәк кейгәнмен. Оҙон булһа ла, бер яҡ ситтән арыу ғына ярыҡ. Шуны күреп, өләсәйем:"Кит, тегеп ал! Ярыҡ нәмә кейеп йөрөп!"-тип шелтәләне. Бер аҙыраҡтан шул ярыҡ итәк ялҡытты, өләсем әйткәнсә тегеп алдым һәм оҙаҡ ҡына кейҙем.Өләсемдең тыйыуына бәйле тағы бер хәл иҫкә төштө. Сәсемде ҡыҫҡа итеп киҫтереп, икенсе төҫкә буяттым. Йәй ине. Ялға өләсәйҙәргә барырға тейеш инек. Әсәйемә сәсемде буятыуымды әйткәс, бер нәмә лә өндәшмәне. "Өләсең ни тиер..."-тип кенә әйтте. Шул һүҙ етте. Шундуҡ магазиндан үҙемдең тәбиғи сәс төҫөнә яҡын буяҡ алып, буяп та ҡуйҙым...Ҡысҡырманылар ҙа, әрләмәнеләр ҙә. Абруй менән тыйҙылар. Ҡалай аҡыллы булған өләсем...Әсәйемдә лә шул аҡыл.

Туғыҙҙы бөткән йыл булғандыр. Әсәй менән автовокзалда торабыҙ. Ҡайҙалыр юлланған сағыбыҙ ине. Сибайға микән, Йылайырғамы - онотолған. Әсәй күлдәктә, мин ҡыҫҡа шортыла. Юл йөрөүгә уңай тип, бер иҫке салбарымды ҡырҡып, тектереп алғайным.
Автобус килеп туҡтаны. Беҙ ҙә ошоға ултырырға тейеш, шикелле. Бына унан ап-аҡ сәсле бер олатай төшөргә ыңғайланы. Хәрби костюмда, түшендә шаурап торған миҙал. Төштө. Мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, ергә сыртлата төкөрөп ебәрҙе. Урыҫ ине. Һүгенеп үк әрләргә кереште. Ныҡ әрләне. Эргәмдә торған әсәйем дә мине яҡлап һүҙ өндәшмәне. Мин дә үҙемде яҡларлыҡ, аҡларлыҡ һүҙ тапманым. Тәүҙә, дыуамалланып: "Нимә теләйем, шуны кейәм!"-тип әйтергә уйлағайным, әсәйемдең терһәге менән еңелсә төртөп ебәреүе тыйҙы. Әсәйем:"Әйт, башҡа кеймәйем тип әйт",-тип әйттереүен тәүҙә аңламаһам, хәҙер килеп әсәйемдең зирәк аҡылына һоҡланып бөтә алмайым. Өлкән кешенең хәтерен һаҡлаған. Кеймәнем түгел, кейҙем мин ул аҙаҡ шорты ла, ҡыҫҡа итәк тә, әммә ололар алдында кеймәнем...
Бер шулай өләсәйҙәргә барҙыҡ. Мин оҙон итәк кейгәнмен. Оҙон булһа ла, бер яҡ ситтән арыу ғына ярыҡ. Шуны күреп, өләсәйем:"Кит, тегеп ал! Ярыҡ нәмә кейеп йөрөп!"-тип шелтәләне. Бер аҙыраҡтан шул ярыҡ итәк ялҡытты, өләсем әйткәнсә тегеп алдым һәм оҙаҡ ҡына кейҙем.
Өләсемдең тыйыуына бәйле тағы бер хәл иҫкә төштө. Сәсемде ҡыҫҡа итеп киҫтереп, икенсе төҫкә буяттым. Йәй ине. Ялға өләсәйҙәргә барырға тейеш инек. Әсәйемә сәсемде буятыуымды әйткәс, бер нәмә лә өндәшмәне. "Өләсең ни тиер..."-тип кенә әйтте. Шул һүҙ етте. Шундуҡ магазиндан үҙемдең тәбиғи сәс төҫөнә яҡын буяҡ алып, буяп та ҡуйҙым...
Ҡысҡырманылар ҙа, әрләмәнеләр ҙә. Абруй менән тыйҙылар. Ҡалай аҡыллы булған өләсем...Әсәйемдә лә шул аҡыл.
Читайте нас: