Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2020, 16:40

Терроризмға ҡаршы комиссияның һәм коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың сираттағы ултырыштары үтте

Кисә, 27 мартта, терроризмға ҡаршы комиссияның һәм коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың сираттағы ултырыштары үткәрелде.Терроризмға ҡаршы комиссия эшендә төп иғтибар дистанцион уҡыу формаһы шарттарында терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы эш ойоштороу һорауҙарына арналһа, коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб райондағы хәл-торошто анализланы.

Кисә, 27 мартта, терроризмға ҡаршы комиссияның һәм коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың сираттағы ултырыштары үткәрелде. Терроризмға ҡаршы комиссия эшендә төп иғтибар дистанцион уҡыу формаһы шарттарында терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы эш ойоштороу һорауҙарына арналһа, коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб райондағы хәл-торошто анализланы.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирина Рябова беҙҙең районда әлегә хәлдең тотороҡло булыуын белдерҙе. Икенсе аҙнанан дауахананың көндөҙгө стационары эше, медицина тикшереүҙәре, диспансеризация үткәреүҙәрҙең, санаторийҙарға ебәреүҙәрҙең туҡталып тороуын билдәләне.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һорауҙары буйынса урынбаҫары Илдус Ҡалҡаманов тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарға хаҡтарҙың ниндәй кимәлдә булыуына анализ яһаны. Уның сығышынан шулар мәғлүм булды, ҡарабойҙай 19.6 процентҡа, ҡара икмәк 12,5 процентҡа, йомортҡа 9,6 процентҡа, рис 9,5 процентҡа, көнбағыш майы 7,7 процентҡа ҡиммәтләнгән. Әммә хаҡтар республика кимәленән түбән.
Оператив штаб ҡарары буйынса районда мобиль төркөмдәр булдырыла, улар сит илдәрҙән, илдең башҡа төбәктәренән ҡайтыусыларҙы асыҡлау, оло йәштәгеләргә ярҙам итеү буйынса эш алып барасаҡ. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев хәлдең үтә лә етди булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был тәңгәлдә эште әүҙем алып барырға, халыҡҡа һаҡланыу сараларын ҡулланыу тураһында аңлатырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: