Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2020, 15:05

Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда

Яҙ килә. Ғәҙәттә, март башындағы Аҡман-тоҡман бурандарынан һуң, көндәр тағы берәр рәт туңдырып, өшөтөп ала торғайны. Быйыл иһә йылы килә. Һынамыш буйынса, март башында ҡош эсерлек һыу булһа, яҙ ҙа иртәләй, тиҙәр. Ә быйыл әллә ни иртә булмаһа ла, март башында имшетте. Төндә әҙерәк һыуытһа ла, көндөҙ ныҡлап ҡына иретә, ҡыш буйына яуған ҡарҙан хасил булған бейек көрттәр яйлап ашалды.

Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда...
Яҙ килә. Ғәҙәттә, март башындағы Аҡман-тоҡман бурандарынан һуң, көндәр тағы берәр рәт туңдырып, өшөтөп ала торғайны. Быйыл иһә йылы килә. Һынамыш буйынса, март башында ҡош эсерлек һыу булһа, яҙ ҙа иртәләй, тиҙәр. Ә быйыл әллә ни иртә булмаһа ла, март башында имшетте. Төндә әҙерәк һыуытһа ла, көндөҙ ныҡлап ҡына иретә, ҡыш буйына яуған ҡарҙан хасил булған бейек көрттәр яйлап ашала. Яҙ һулышы тойола бөтә ерҙә. Ҡоштар ҙа йылы яҡтан ҡайта башланы. Юл буйында ҡара ҡарғаларҙың өймәкләшеүе күренгеләй. Былтыр аҡҡоштар март аҙағындараҡ ҡайтһа, быйыл иртәрәк күренде. Аҡҡош боҙ ашап килә лә, боҙ аша китә, ти халыҡ һынамышы. Тимәк, улар йылғалар боҙҙан асылып бөтмәһә лә ҡайта башлай. Сорғояҙ тирәһендә ҡышларға ҡалғандары ла булды. Быға, моғайын, ҡыштың йылы булыуы сәбәптер.
(өҫтәге фото авторы - Зәйтүнә Әбдрәшитова)
Йомағужа һыуһаҡлағысында ҡыр өйрәктәре лә ҡышлап сыҡты.
Ә бына ҡыр ҡаҙҙары менән торналар һуңыраҡ ҡайта. Халыҡта торналар ҡайтҡас ҡына ысын яҙ етә тигән күҙәтеү ҙә бар. Көҙөн дә улар һалҡындар ныҡлап төшә башлағас ҡына тупланып, йылы яҡҡа оса.
Ҡоштар менән бәйле һынамыштар ҙа бар.
*Ҡарға ҡарҡылдаһа, көн боҙола.
*Ҡаҙ суҡышын шыҡылдатһа, көн һыуыҡ була.
*Ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр яуа.
*Ҡаҙ томшоғон ҡанат аҫтына тығып, бер аяғын күтәрһә, көндәр һыуыр.
*Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.
*Торналар килһә, баҫыуға ашыҡ.
Һайыҫҡан шыҡырлаһа, ҡунаҡ килер.
*Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килер.
ара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.
ара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сығырға кәрәк.
гәр аҡҡош яҙ көнө иртә күренһә, һалҡын булыр.
*Тауыҡтар яҙ көнө әтәс кеүек ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.
Читайте нас: