Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2020, 20:27

Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы шәхси йортта газ шартлаған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә 21 мартта була. Республиканың Күгәрсен районы Мораҡ ауылында газ горелкаһы шартлай.

"Киске сәғәт етенсе яртыла урынға ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүсе машиналар юллана. Улар килеп етеүгә яныу асыҡланмай. Утты зыян күреүселәрҙең күршеләре һүндергән булған. Үлгән кешеләр юҡ, өсәү зыян күргән, шул иҫәптән ике баланы дауаханаға алып киткәндәр", - тинеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Әле был хәл менән ведомствоның тәүтикшереүселәре шөғөлләнә. Улар янғындың сәбәбен асыҡлаясаҡ. Дауаханалағы кешеләрҙең хәле тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Munsala-gaz-shartlap-177843/
Читайте нас: