Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
Беҙҙең районда Таҙалыҡ көндәре – ойошма, предприятиелар ҡатнашлығындағы өмә бөгөн үк башланды.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тигәндәй, күмәк көс менән әллә күпме эш башҡарылды. Бер көн, ә дөрөҫөрәк әйткәндә - 2-3 сәғәт эсендә тау-тау ҡар ырғытылды.
Киләһе аҙналарҙа ла бындай өмәләр дауам итәсәк