Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 13:30

Район йылъяҙмаһын яҙыуға үҙ өлөшөн индергән

Район йылъяҙмаһы булып торған район гәзиттәренең тәүге һаны донъя күреүгә киләһе йыл 90 йыл тула. Ошо йылдар эсендә унда күпме кеше эшләп киткән! Тармаҡ ветерандарының береһе - Сәғиҙә Хажиәхмәт ҡыҙы Әхмәрова менән беҙгә бергә эшләргә тура килмәһә лә, уның гәзитебеҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергәнен яҡшы беләбеҙ. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Район йылъяҙмаһы булып торған район гәзиттәренең тәүге һаны донъя күреүгә киләһе йыл 90 йыл тула. Ошо йылдар эсендә унда күпме кеше эшләп киткән! Тармаҡ ветерандарының береһе - Сәғиҙә Хажиәхмәт ҡыҙы Әхмәрова менән беҙгә бергә эшләргә тура килмәһә лә, уның гәзитебеҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергәнен яҡшы беләбеҙ. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Миәкә районының Биҡҡол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ул. Яҙышыу һәләте мәктәп йылдарынан уҡ килә – әммә үҙе уҡыған белем усағы тормошон яҡтыртҡан йәки теге йәки был сараны һүрәтләгән мәҡәләләре “Октябрь” гәзитендә әленән-әле баҫылып торһа ла, киләсәктә үҙен журналистика юлынан китермен тип уйламай. Урта белем алғандан һуң бер йыл - Миәкәбаш, бер йыл Бикҡол ауылдары мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, артабан юғары белем алыу маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына –филология факультетының рус һәм башҡорт телдәре бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғандан һуң беҙҙең райондың Хоҙайбирҙин мәктәбендә эш башлауының төп ғилләһе – Стәрлетамаҡ юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләгән тормош иптәше Илдар Вәли улын (әйткәндәй, улар икеһе лә бер ауылда тыуып-үҫкән) Мораҡ-Ира участкаһына мастер итеп ебәрәләр. Бер йылдан инде уны Күгәрсен юл-төҙөү ремонтлау идаралығына инженер итеп күсергәс, йәш ғаилә Мораҡҡа күсә.
Журналистикаға килеп юлығыуына район гәзитендә баҫылған “Литсотрудниктар талап ителә” тигән өс кенә һүҙҙән торған иғлан сәбәп була. Тәү тапҡыр редакция буҫағаһы аша атлап үткәндә ул, әлбиттә, 30 йыллап йыл ғүмерен гәзит эшенә арнармын, тип башына ла килтермәй. Тәржемәсе, хәбәрсе, яуаплы сәркәтип, хаттар бүлеге мөдире, баш мөхәррирҙең тәржемә буйынса урынбаҫары... Һәр эште еренә еткереп, күңел һалып башҡара Сәғиҙә Хажиәхмәт ҡыҙы.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, гәзитебеҙҙең үҙ йөҙөн булдырыуға ҙур көс һалған ветераныбыҙҙы матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: