Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 12:51

Һаҡланғанды һаҡлармын тигән...

Ҡыш буйы яуған ҡарҙың күләме хаҡындағы мәғлүмәттәр 2020 йылда яҙғы ташҡындың, башҡа йылдарҙан айырмалы, күп һыулы буласағына шикләнергә урын ҡалдырмай. Был, әлбиттә, хәүеф-хәтәр көтөргә кәрәк тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа йылға-күлдәрҙә, быуаларҙа һыуҙың иң ҙур күләмдә күтәреләсәгенә әҙерләнергә кәрәк. Ҡышҡы һыуыҡтарҙан арығандарҙың барыһы ла яҙ миҙгелен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Көндәр торған һайын оҙоная, ҡояш сағыуыраҡ яҡтырта бара. Ҡар иреп, гөрләүектәр аға һәм йылғаларҙы тулыландыра. Ағым ҡар һыуы менән ҡушылып, үҙәндәрен киңәйтә. Йылғаларҙа боҙ китә һәм ташҡындар башлана.

Ҡыш буйы яуған ҡарҙың күләме хаҡындағы мәғлүмәттәр 2020 йылда яҙғы ташҡындың, башҡа йылдарҙан айырмалы, күп һыулы буласағына шикләнергә урын ҡалдырмай. Был, әлбиттә, хәүеф-хәтәр көтөргә кәрәк тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа йылға-күлдәрҙә, быуаларҙа һыуҙың иң ҙур күләмдә күтәреләсәгенә әҙерләнергә кәрәк.
Ҡышҡы һыуыҡтарҙан арығандарҙың барыһы ла яҙ миҙгелен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Көндәр торған һайын оҙоная, ҡояш сағыуыраҡ яҡтырта бара. Ҡар иреп, гөрләүектәр аға һәм йылғаларҙы тулыландыра. Ағым ҡар һыуы менән ҡушылып, үҙәндәрен киңәйтә. Йылғаларҙа боҙ китә һәм ташҡындар башлана.
Иң тәү сиратта балалар араһында иҫкәртеү эштәрен алып барыуға иғтибар бирергә кәрәк. Класс етәкселәре, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ата-әсәләр балаларға яҙ көндәрендә һыу сығанаҡтарына яҡын барыуҙың ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлатырға тейеш.
Ата-әсәләр бала ғүмере һәм һаулығы өсөн үҙҙәренең яуаплы булыуҙарын хәтерҙә тотһон ине. Балаларҙы был осорҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Улар өсөн яҙғы ташҡын ҙур хәүеф булып тора. Балаларға ҡыҙыҡһыныу хас, улар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп, текә ярҙа уйнарға, һыуға төшөп, бүрәнәләрҙә, таҡталарҙа, боҙ киҫәктәрендә, үҙҙәре эшләгән һалдарҙа йөҙөргә мөмкин. Оло үкенескә күрә, бындай ғәмһеҙлек һәм һаҡһыҙлыҡ йыш ҡына үтә күңелһеҙ тамамлана. Төрлө хәлдәргә тарымаҫ өсөн был осорҙа түбәндәгеләр тыйыла:
- яҙғыһын һыу ятҡылыҡтарына сығыу;
- боҙ киткән осорҙа йылға аша сығыу;
- боҙ тығылған урында йылғаға яҡын килеү, текә яр башында тороу;
- тығындарға яҡын килеү, боҙҙарҙы ярҙан этәреү, йылға һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарының тәрәнлеген үлсәү, боҙ киҫәктәре буйлап йөрөү;
- тығындарҙа, күперҙәрҙә, быуаларҙа, плотиналарҙа йыйылыу һәм уйнау;
- таҡталарҙа, бүрәнәләрҙә, үҙегеҙ эшләгән һалдарҙа, боҙ киҫәктәрендә йөҙөү;
- тәрән соҡорҙарға, котловандарға, йырындарға, канализация люктарына һәм ҡоҙоҡтарына яҡын килеү.
Ата-әсәләр! Балаларҙы йылға буйҙарына, айырыуса боҙ киткән осорҙа, ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ, йылға-күлдәр боҙҙан әрселгән ваҡыттағы хәүеф-хәтәрҙе аңлатығыҙ. Һыу ташҡан ваҡытта нәҡ балаларҙың күп күңелһеҙлектәргә тарыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Уларға яҙғы ташҡын осорона һәм боҙ китеүгә ҡағылышлы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, шуҡлыҡтарына юл ҡуймағыҙ.
Һыуыҡ һыу, көслө ағым һәләкәткә алып килергә мөмкин. Балаларҙы насар хәлдәрҙән аралау өсөн барыһын да эшләгеҙ.
Әгәр ҙә һеҙҙең йортоғоҙ һыу баҫыу зонаһына инә икән, тейешле саралар күрегеҙ: баҙығыҙҙы запастарҙан бушатығыҙ; авто һәм мототехникаларығыҙҙы, малығыҙҙы ышаныслы урынға күсерегеҙ; мебель, көнкүреш техникаһын мөмкин тиклем өҫкәрәк урынлаштырығыҙ; йорттоң өҫкө ҡатында йәки сарҙаҡта аҙыҡ, һыу запасы, йылы кейем, электр фонары һаҡларға кәрәк. Әгәр ҙә йөҙөү сараһы бар икән, уны ла әҙер тотоғоҙ, бәлки ярҙам күрһәтеүҙә ул да кәрәк булыр.
Өлкән йәштәге һәм яңғыҙ кешеләрҙең һеҙҙең иғтибарға, ярҙамға мохтаж булыуын онотмағыҙ. Был хәүефле осорҙа уларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтеү - һәр беребеҙҙең бурысы.
Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ. Боҙ киткән, йылға-күлдәр ташҡан осорҙа һыу ятҡылыҡтарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ!
Фото: nao24.ru
А.СОРОКИН,
Үрге Ағиҙел инспектор участкаһы етәксеһе, бәләкәй суднолар буйынса өлкән дәүләт инспекторы.
Читайте нас: