Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 19:04

Һуғыш менән өҙөлгән бала саҡ

- Беренсе Донъя һуғышында ҡатнашҡан атайым иҫ киткес уңған кеше ине, уның тирмәнсе булыуы, өҫтәүенә ҡорт тотҡаны яҡшы хәтерҙә. Ҡайҙа ғына бармаһын, артынан эйәреп, арыған еремдә уға һыйынып ҡуйынында йоҡлап китә торғайным. Апайым менән мине эшкә лә өйрәтте, асыҡмаһындар, яланғас булмаһындар тип, хәстәрлеге менән күмде. Әммә бер ваҡыт “Гитлер илебеҙгә һөжүм иткән” тигән хәбәр килеп етте. Атайым һуғышҡа китте, шул китеүҙән ҡайтманы, шуның менән минең бәхетле бала сағым да бөттө, өҙөлдө.

- Беренсе Донъя һуғышында ҡатнашҡан атайым иҫ киткес уңған кеше ине, уның тирмәнсе булыуы, өҫтәүенә ҡорт тотҡаны яҡшы хәтерҙә. Ҡайҙа ғына бармаһын, артынан эйәреп, арыған еремдә уға һыйынып ҡуйынында йоҡлап китә торғайным. Апайым менән мине эшкә лә өйрәтте, асыҡмаһындар, яланғас булмаһындар тип, хәстәрлеге менән күмде. Әммә бер ваҡыт “Гитлер илебеҙгә һөжүм иткән” тигән хәбәр килеп етте. Атайым һуғышҡа китте, шул китеүҙән ҡайтманы, шуның менән минең бәхетле бала сағым да бөттө, өҙөлдө. Артабан ФЗО-ла заводта тимер сүкеүҙәр, шахта эштәре... Һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел, балам. Һуғыш килтергән михнәттәрҙе халҡыбыҙға йәнә лә күрергә яҙмаһын, - тип, хәтер йомғағын һүтте Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Ялсы ауылында йәшәүсе тыл ветераны Муллағәлина Тәлиғә Хәйбулла ҡыҙы.
Күпте күргән, күпте кисергән инәйҙең тауышы ҡалтыранып сыҡты. 93 йәшенә атлаған мәлендә лә ҡәһәрле һуғыш килтергән ғазаптар әленән-әле йөрәген өйкәп ала, уға бәйле хәтирәләре тәрән уйҙар даръяһында аҙаштырып, төндәрен йоҡо бирмәй. Ярай әле үҫмер осоронда ҡайғы-хәсрәт, михнәтте күп кисергән ил ҡыҙы бөгөн һөйөклө кинйә улы һәм килене Сәлимә менән Ғәлимйән Муллағәлиндарҙың тәрбиәһендә ҡәҙер-наҙға төрөнөп йәшәй.
Миллион ҡорбандар, күпме тир, ҡан менән яуланған Бөйөк Еңеүҙә бит атаһы ғына түгел, Тәлиғә инәйҙең үҙенең дә өлөшө бар. Беҙҙең ихтирам-хөрмәткә генә лайыҡ ул!
Тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫмабыҙҙың киләһе һандарында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: