“Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре - Өфөлә.
Бөгөн Өфөлә республика йортонда "Айыҡ ауыл" бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Ҙур байрам сараһы рәүешендә үтергә тейешле сара, киҙеү сәбәпле, ултырыш форматында үтте. Һөҙөмтәләр:
1-се урын — Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы. Уларға 500 000 һумлыҡ сертификат, күсмә вымпел, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом тапшырылды;
Беҙҙең Үрге Мөрсәләй ауылы, финалист булараҡ, 25 мең һумлыҡ сертификат алды, бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең махсус призы - 150 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Конкурс сиктәрендә дөмбәйҙәр «Бәндәләр һәм дәүерҙәр», «Аҡлы-ҡаралы тормош» фильмдарын төшөрҙө. Айыҡ тормош алып барыуға бағышланған фильмдарҙа ауыл халҡы үҙе ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурстың муниципаль этабында - 52 райондан, республика кимәлендә 47 ауыл ҡатнашып, шуларҙың 15-е финалға сыҡҡайны.