Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2020, 12:59
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарырға кәңәш итмәй
Башҡортостанда Роспотребнадзор идаралығы күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе сикләргә кәңәш бирә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы брифингта ведомство етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Жеребцов белдерҙе.

«Республикала сараға килеүселәр, тамашасылар һаны буйынса сикләүҙәр юҡ. Дүшәмбе [16 мартта — ред.] беҙ кәңәшмә үткәрербеҙ һәм ҡарар ҡабул итербеҙ», — тине ведомство вәкиле.
Бынан алда «Башинформ» махсус санитар режим индерелгәндән һуң Ҡазанда «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барыҫ» араһында КХЛ матчтарының тамашасыларһыҙ үтеүе хаҡында
хәбәр иткәйне
. Өфөлә әлегә ундай режим индерелмәгән, сөнки республикала коронавирус инфекцияһына ыңғай тестар юҡ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?