Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2020, 19:45

Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлай

Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауРайон хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Мораҡ ауылынан Сергей Волков ҡатнашты. Ул һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын – трактор, комбайн, йөк машиналарын ремонтлау һәм ҡабаттан сафҡа индереү менән шөғөлләнә. Сергей Борисовичтың төп маҡсаты – ауыл хужалығы техникаларын ремонтлау өсөн ремонт-техник базаһын асыу.

Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау
Район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Мораҡ ауылынан Сергей Волков ҡатнашты.
Ул һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын – трактор, комбайн, йөк машиналарын ремонтлау һәм ҡабаттан сафҡа индереү менән шөғөлләнә.
Сергей Борисовичтың төп маҡсаты – ауыл хужалығы техникаларын ремонтлау өсөн ремонт-техник базаһын асыу.
Тракторҙар һәм машиналар өсөн автойыуыу урыны, кранлы гараж, һүтеү бүлеге, иретеп йәбештереү, токарь, фрезерлау һәм мотор, шиномонтаж цехтары булған ҙур база төҙөргә уйлай ул. 2016 йылдан бирле был өлкәлә эшләгән эшҡыуар байтаҡ ҡына ҡорамалдар – мотор цехы, шымартыу, токарь, фрезерлау станоктары туплаған да инде.
Уны борсоған мәсьәлә лә бар: ул станция төҙөргә теләгән ер ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә. Был ерҙәрҙе икенсе категорияға күсереү өсөн ауыл биләмәһе ерҙәренең генпланын үҙгәртергә кәрәк.
Эшҡыуарҙың инициативаһы район етәкселеге тарафынан хуплау тапты. Уға эшмәкәрлеген киңәйтеүгә дәүләт ярҙамын алыу өсөн төрлө программаларҙа ҡатнашырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: