Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2020, 17:31

Яҡташыбыҙ лотерея билеты һатып алған һәм миллионер булған

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүсе бер сәғәт эсендә миллионер булған. Билдәһеҙ яҡташыбыҙ лотереяла «Рапидо 2.0» билетын һатып алып, 1,6 миллион һум отҡан. Лотерея уйнатыу 9 мартта уҙған.

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүсе бер сәғәт эсендә миллионер булған. Билдәһеҙ яҡташыбыҙ лотереяла «Рапидо 2.0» билетын һатып алып, 1,6 миллион һум отҡан. Лотерея уйнатыу 9 мартта уҙған.
«Лотерея билеты уға 60 һумға төшкән. Еңеүсе уйын майҙанының беренсе өлөшөндә 1, 3, 5, 11, 18, 7, 10, 19 һандарын билдәләгән, ә икенсеһендә 4-те һайлаған. Ошо һандар уға уңыш килтергән», — тип белдерҙеләр лотереяның матбуғат хеҙмәтендә.
Өфө миллионерын отошто теркәү өсөн Мәскәүҙә көтәләр.
Читайте нас: