Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2020, 12:50

Бәхет хаҡын белә ололар

"Ил алдында бурысымды үтәп, өс йыл хеҙмәтемде тултырып, Бикбулатҡа ҡайтып төштөм. Мин ҡайтыуға атай –әсәй кәләш тә күҙләп ҡуйған. Элек бит балалар яҙмышын ололар үҙҙәре хәл итә торғайнылар. “Матур, тыйнаҡ ҡыҙ, үҙе егәрле, әйҙә, Маһый һылыуҙы килен итәйек”, -тигәстәре, мин дә ҡаршы килмәнем. Оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Маһый инәйегеҙ Мәләүез районы Томансы ауылынан. Олатайҙарында тәрбиәләнде. Йәш булһа ла, бөтә эште еренә еткереп эшләгән, уңған ҡыҙ булды. Бына хәҙер бергә йәшәүебеҙгә 65 йыл булып та китте. Алты балабыҙ булғайны, өсәүһе бала саҡтарында уҡ үлеп китте. Өс улыбыҙ иҫән, уларҙың күптән инде үҙ тормошо, үҙ ғаиләһе..." Күпте күргән, күпте кисергән бер кеше ғүмерен дә ун һөйләм менән генә лә бәйән итеп була икән тигәндәй, Хәсән олатай ошо өйҙө һалып сыҡҡан йылдың киләһе йылында өй артына ултыртҡан мөһабәт ҡарағайҙарға тәҙрә аша күҙ һалды: "Был ағастар ҙа беҙҙең менән бергә олпатланды, бергә ҡартайҙы. 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән уларҙы ултыртҡанға..."

Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, шул ауылда төпләнеп, әлеге көндә 90 йәшлек абруйлы ғүмер үренә еткән Хәсән Мәхиән улы менән Маһифәрүәз Ҡыҙрас ҡыҙы Кинйәбаевтарҙың иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер итеүҙәренә - 65 йыл.
Бала саҡтары ла, йәшлектәре лә ауыр һуғыш йылдарына тура килә уларҙың. “Ҡартатайым 10 йәшенән генә колхозда эш башлай. Ауылдағы бөтә аттарҙы ла ирҙәр менән бергә һуғышҡа алып китәләр, эштең ауыры балаларға ла ҡатындарға төшә, илленсе йылдарға тиклем туйғансы икмәк тә ашай алманыҡ, тип һөйләй торғайны беҙгә ҡартатайым. Элеккене бик асылып һөйләмәй, еңел булмаған инде, тарихты беләбеҙ бит”, - ти Хәсән олатайҙың ейәнсәре Римма ла.
Күпте күргән, күпте кисергән бер кеше ғүмерен дә ун һөйләм менән генә лә бәйән итеп була икән тигәндәй, Хәсән олатай ошо өйҙө һалып сыҡҡан йылдың киләһе йылында өй артына ултыртҡан мөһабәт ҡарағайҙарға тәҙрә аша күҙ һалды: "Был ағастар ҙа беҙҙең менән бергә олпатланды, бергә ҡартайҙы. 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән уларҙы ултыртҡанға..."
Самауыры ҡайнап сыҡҡас, Маһый инәй ҙә һүҙгә ҡушылды: "Эй, ҡыҙым, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә икән! Әле генә ун алты йәшем тулып, Хәсән олатайыңа кейәүгә сыҡҡайным, “күҙ асып йомған арала” алтмыш биш йыл үтеп тә киткән. Тамаҡ –аш, өҫ –кейем күрмәгән мәлдәрҙе лә, юғалтыуҙарҙарҙы ла беҙ лайыҡлы күтәрҙек, кешелеклелегебеҙҙе юғалтманыҡ. Мин өс йәштә генә әсәйҙән ҡалдым. Апайҙар, инәйҙәр тәрбиәһендә үҫтем. Бөтә эшкә өйрәттеләр. Биш йәшлек кенә сағымдан иҙән йыуырға өйрәндем. Һап-һары итеп ҡырып тороп йыуыр инем. Малын да ҡараным, һөтөн дә эшкәрттем, эшкә өйрәткәндәре өсөн апайҙарыма, инәйемә рәхмәт. Уларҙың өйрәткәндәрен мин хәҙер йәштәргә еткерәм. Уларға теләктәр ҙә күп беҙҙең. Береһе ҡолаҡ һалмаһа, икенсеһе тыңлар. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Сабырлыҡ кәрәк. Гел һөйөшөп кенә лә йәшәп булмай, әйтешеп тә китәһең. Хәҙер бит йәштәр һүҙ күтәрмәй. Саҡ ҡына әрләшһәләр ҙә, айырылышырға ашығалар. Ашығыу –шайтан эше. Кисерә белергә, ғәфү итергә, сабырлыҡ күрһәтергә кәрәк. Тағы ла бер теләк йәштәргә – иманға ҡайтһындар. Иманлы кешенең тормошо ла бәрәкәтле була, ауырлыҡтар ҙа еңел үтә. Олатайың менән икәүләп бер намаҙыбыҙҙы ла ҡалдырмайбыҙ, форсаты сыҡҡан һайын йәштәрҙе, балаларҙы дин юлына әйҙәйбеҙ", - Маһифәрүәз инәйҙең әйткәндәренә, теләктәренә ауылдаштары ла ҡолаҡ һала, уның өгөтө менән дингә баҫыусылар ҙа байтаҡ Бикбулатта.
Хәсән олатай менән Маһифәрүәз инәй бәхет хаҡын яҡшы белә: һуғыш йотҡан бала саҡтары, йәшлек мәлдәре, юғалтыу-табыштары, яҡты киләсәккә өмөт, тыныслыҡ хаҡына ал-ял белмәй эшләүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, һағыныуҙар, һағыштар...һәм, ниһайәт, бәхетле ҡартлыҡ көндәре...
Эйе, донъя –түңәрәк, балалар кеше булған, ил өҫтөндә үҙҙәре лә, һүҙҙәре лә абруйлы Кинйәбаевтарҙың. Самауырынды ҡайнатып, тәмле аштарыңды бешереп, ғүмерлек юлдашың менән сөкөрләшә-сөкөрләшә сәйҙәр эсеү- үҙе бер оло бәхет. Тик был бәхет –лайыҡлыларҙың ғына өлөшө.
Читайте нас: