Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2020, 15:45

Донъяны гөл иткән зат ул - ҡатын-ҡыҙ

Һапаш ауылында йәшәүсе Ишдәүләтовтарҙың йорто йыл әйләнәһенә гөл-сәскәлә: йәй буйы гөлбаҡсаһы хуш еҫ бөркһә, ҡыш – бүлмә гөлдәре күҙ ҡамаштырырлыҡ төҫлө сәскәләре менән ҡыуандыра.“Сәскәнең ниндәй генәһе юҡ! Ул ағы, ҡыҙылы, һарыһы, алһыуы, зәңгәре! Һәр береһенең исемен белеп бөтөрлөк түгел, аяҡ баҫырлыҡ урын булмай. Төҫтәр байлығынан күҙ сағыла хатта!”- тип һоҡланыуын йәшермәй ауылдаштары. - Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Үҙ йортом булһа, рәхәтләндереп гөл үҫтерер инем тип уйлай торғайным, шөкөр, Хоҙай изге уйҙарҙы алға биреп кенә тора. Өйөбөҙ иркен булғас, ҙур бүлмә гөлдәрен дә, бәләкәйҙәрен дә үҫтерәм. Сәскә бит тормошобоҙға йәм бирә. Тумалған гөлдәрҙе күреп бер ҡыуанһам, асылғанын күреп тағы ҡыуанам, күңел матурлыҡҡа үҙенән-үҙе ынтыла, - ти йорт хужабикәһе Рәйлә. Эйе, донъяны көл иткән дә, гөл иткән дә ҡатын-ҡыҙ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Әҙме-күпме генә бирелгән фани ғына донъяларыбыҙҙы гөл-сәскәләй балҡытып йәшәү һәр кемдең үҙенән тора шул! Ни бары тормош мәғәнәһен аңлау, уның асылына төшөнөү зарур.

Һапаш ауылында йәшәүсе Рәйлә менән Хәлит Ишдәүләтовтарҙың йорто йыл әйләнәһенә гөл-сәскәлә: йәй буйы гөлбаҡсаһы хуш еҫ бөркһә, ҡыш – бүлмә гөлдәре күҙ ҡамаштырырлыҡ төҫлө сәскәләре менән ҡыуандыра.
“Сәскәнең ниндәй генәһе юҡ! Ул ағы, ҡыҙылы, һарыһы, алһыуы, зәңгәре! Һәр береһенең исемен белеп бөтөрлөк түгел, аяҡ баҫырлыҡ урын булмай. Төҫтәр байлығынан күҙ сағыла хатта!”- тип һоҡланыуын йәшермәй ауылдаштары.
- Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Үҙ йортом булһа, рәхәтләндереп гөл үҫтерер инем тип уйлай торғайным, шөкөр, Хоҙай изге уйҙарҙы алға биреп кенә тора. Өйөбөҙ иркен булғас, ҙур бүлмә гөлдәрен дә, бәләкәйҙәрен дә үҫтерәм. Сәскә бит тормошобоҙға йәм бирә. Тумалған гөлдәрҙе күреп бер ҡыуанһам, асылғанын күреп тағы ҡыуанам, күңел матурлыҡҡа үҙенән-үҙе ынтыла, - ти йорт хужабикәһе.
Эйе, донъяны көл иткән дә, гөл иткән дә ҡатын-ҡыҙ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Әҙме-күпме генә бирелгән фани ғына донъяларыбыҙҙы гөл-сәскәләй балҡытып йәшәү һәр кемдең үҙенән тора шул! Ни бары тормош мәғәнәһен аңлау, уның асылына төшөнөү зарур.
Читайте нас: