Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2020, 23:40

"Күгәрсен һылыуҡайы"

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән рус классигы Федор Достоевский. Ысынлап та, кешелек тормошонда матурлыҡҡа һоҡланмаған, гүзәлеккә табынмаған дәүер булмағандыр. Бөгөн дә матурлыҡ үҙенә табындыра, арбай... Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында уҙған “Күгәрсен һылыуҡайы” конкурсы ла тап матурлыҡҡа арналды. Баштан уҡ шуны әйтеп үтәйек, бында тәү сиратта конкурсанттарҙың тышҡы матурлығына түгел, ә күңел матурлығына, һәләттәренә иғтибар ителде. Бәйгелә 4 кенә гүзәл зат ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, сара шул тиклем матур килеп сыҡты.

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән рус классигы Федор Достоевский. Ысынлап та, кешелек тормошонда матурлыҡҡа һоҡланмаған, гүзәлеккә табынмаған дәүер булмағандыр. Бөгөн дә матурлыҡ үҙенә табындыра, арбай... Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында уҙған “Күгәрсен һылыуҡайы” конкурсы ла тап матурлыҡҡа арналды. Баштан уҡ шуны әйтеп үтәйек, бында тәү сиратта конкурсанттарҙың тышҡы матурлығына түгел, ә күңел матурлығына, һәләттәренә иғтибар ителде.
Бәйгелә 4 кенә гүзәл зат ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, сара шул тиклем матур килеп сыҡты. Ғәм халыҡ алдына сығып, үҙҙәрен төрлө һынауҙарҙа күрһәткән Рузилә Шәһәроваға (Тәүәкән ауылы, “Иң нәзәккәтле һылыуҡай”), Гөлфирә Собханғоловаға (Мәҡсүт, “Иң һөйкөмлө һылыуҡай”), Ләйсән Булгаковаға (Йомағужа, “Иң ижади һылыуҡай”), Светлана Фәтҡуллинаға (“Күгәрсен районы һылыуҡайы”) “Афарин!” тиергә генә ҡала!
Читайте нас: