Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2020, 18:45

Иң ҙур бәхет ерҙә – әсә булыу

Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Үҙебеҙ ғүмер биргән балалар тормошобоҙға йәм дә, ҡот та өҫтәй. Уларһыҙ йәшәүебеҙҙе күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Шул уҡ мәлдә әсәй булыу үтә лә яуаплы, үтә лә ауыр бурыс: ул-ҡыҙҙарыңды ысын кеше итеп үҫтереү өсөн ай-һай күпме көс түгергә, күпме йоҡоһоҙ төндәр уҙғарырға кәрәк. Шуғалыр ҙа күмәк бала үҫтергән әсәләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел! Һарытау утарында ғүмер итеүсе Тәнзилә Аҫылбаева ла бына шундай һоҡланыуға лайыҡ күмәк балалы әсә. Тормош иптәше Әлфрит Фәттәх улы менән береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы биш бала – 4 ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ул ошо көндәрҙә Ҡалдар ауылынан Венера Бикбулатова һәм Мораҡтан Гөлгөнә Сыңғыҙова менән бергә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алды.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Үҙебеҙ ғүмер биргән балалар тормошобоҙға йәм дә, ҡот та өҫтәй. Уларһыҙ йәшәүебеҙҙе күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Шул уҡ мәлдә әсәй булыу үтә лә яуаплы, үтә лә ауыр бурыс: ул-ҡыҙҙарыңды ысын кеше итеп үҫтереү өсөн ай-һай күпме көс түгергә, күпме йоҡоһоҙ төндәр уҙғарырға кәрәк. Шуғалыр ҙа күмәк бала үҫтергән әсәләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!
Һарытау утарында ғүмер итеүсе Тәнзилә Аҫылбаева ла бына шундай һоҡланыуға лайыҡ күмәк балалы әсә. Тормош иптәше Әлфрит Фәттәх улы менән береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы биш бала – 4 ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.
Тәнзилә Александровна (паспорттағы исеме – Татьяна) ошо көндәрҙә Ҡалдар ауылынан Венера Бикбулатова һәм Мораҡтан Гөлгөнә Сыңғыҙова менән бергә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алды.
Әсәйҙәрҙе юғары наградалары һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: