Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2020, 18:00

Биш бала - биш яҡты йондоҙҙай

Балалы йорттоң ҡото бар, тип бигерәк хаҡ әйткән боронғолар. Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Фиягөл менән Рөстәм Низамовтарҙың мөһабәт йорттарына барып ингәс тә, йәнгә яғышлы йылылыҡ, ябай һүҙҙәр ярҙамында аңлата алмаҫлыҡ яҡтылыҡ хакимлыҡ итеүенә шаһит булаһың.

- Биш балабыҙ – биш яҡты йондоҙҙай тормошобоҙҙо нурлап, йәмләп тора. Еребеҙгә имен тыуған һәр таңға ҡыуанып йәшәргә һәм сәмләнеп эшләргә илһам биреүсе лә улар, - ти изгелекле әсә-ата.
Балаларын әйт! Шат йөҙлө, теремек, алсаҡ үҙҙәре. Исемдәре лә береһенән-береһе матурыраҡ: Нәзирә, Латифа, Ғәләүетдин, Нурғәлим, Мирсәлим. Боронғо, мәғәнәле исемгә эйә сабыйҙар эшһөйәр, тырыш, киң күңелле әсә-аталары өлгөһөндә халҡыбыҙҙың булдыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫерҙәр, тормош аҡланында үҙ урынын табырҙар әле, тип ышанғы килә.
Мәҡсүт ауылы табиплыҡ амбулаторияһы участка терапевының шәфҡәт туташы - Фиягөл Низамованың матур ғаиләһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙан уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: