Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2020, 11:05

Әсәйҙәргә - хөрмәт, әсәйҙәргә - дан

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бер төркөм күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан өс ҡатын – Яңауылдан Тәнзилә (Татьяна) Аҫылбаева, Ҡалдарҙан Венера Бикбулатова һәм Мораҡтан Гөлгөнә Сыңғызова ла бар."Беҙҙә 50 мең ишле ғаилә иҫәпләнә. Һәм бөгөн мин оло ҡыуаныс менән тағы ла 50 әсәгә лайыҡлы “Әсәлек даны” миҙалын тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрҙә, дөйөм алғанда, 251 бала тәрбиәләнә. Уларҙың барыһы ла һау-сәләмәт, аҡыллы, бәхетле, яҡшы, намыҫлы кеше булып үҫһен. Беҙ ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Балалар сәләмәт булһын, сифатлы белем алһын өсөн мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсаһы, спорт һәм мәҙәни үҙәктәр киләсәктә лә төҙөләсәк", - тиелә республика башлығының тәбрикләүендә.

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бер төркөм күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан өс ҡатын – Яңауылдан Тәнзилә (Татьяна) Аҫылбаева, Ҡалдарҙан Венера Бикбулатова һәм Мораҡтан Гөлгөнә Сыңғызова ла бар.
"Беҙҙә 50 мең ишле ғаилә иҫәпләнә. Һәм бөгөн мин оло ҡыуаныс менән тағы ла 50 әсәгә лайыҡлы “Әсәлек даны” миҙалын тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрҙә, дөйөм алғанда, 251 бала тәрбиәләнә. Уларҙың барыһы ла һау-сәләмәт, аҡыллы, бәхетле, яҡшы, намыҫлы кеше булып үҫһен. Беҙ ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Балалар сәләмәт булһын, сифатлы белем алһын өсөн мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсаһы, спорт һәм мәҙәни үҙәктәр киләсәктә лә төҙөләсәк", - тиелә республика башлығының тәбрикләүендә.
Читайте нас: