Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2020, 22:30

Эшкә үҙе уйлап тапҡан мотоциклда йөрөй

Башҡортостанда «Ирәмәл» тәбиғәт паркының 53 йәшлек инспекторы Андрей Пахомов теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған мотоцикл уйлап тапҡан. Билдәле блогер Рәис Ғәбитов «Фейсбук»тағы сәхифәһендә һөйләүенсә, уҙаман Тирлән ауылынан эшкә ошо транспорт менән йөрөй. Уға 30 саҡрым самаһы юлһыҙ ерҙән үтергә тура килә.

Уйлап табыусы транспортын ниндәй деталдәрҙән эшләүен һөйләне.
«Мотоциклдан эшләнем, двигателен «инвалидка»нан алып ҡуйҙым: иретеп йәбештерҙем, оҙонайттым, нығыттым. Тәгәрмәстәре «Урал» машинаһы камераларынан эшләнгән, дисктары — «Жигули»ҙан. Теләк һәм ҡулдар ғына булһын. Бысраҡта ла, ҡар яуғанда ла йөрөйбөҙ. Эшкә барыу проблема түгел, ә машиналар ҡайһы саҡта үтә алмай», — ти Тирлән Кулибины.
Фото: Рәис Ғәбитов
Читайте нас: