Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2020, 07:25

Туған телгә - 100 аҙым

3 март - Бөтә донъя яҙыусылар көнөМәғлүм булыуынса, йыл башында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай тәҡдиме менән БР яҙыусылар союзы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана “Туған телгә - 100 аҙым” тип аталған үҙенсәлекле акция иғлан итте. Был үҙенсәлекле проект балаларҙы, йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыу, үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың ижадын киң даирәгә сығарыу, популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уға Йомағужа ауыл моделле китапханаһы ла әүҙем ҡушылды.

3 март - Бөтә донъя яҙыусылар көнө
Туған телгә - 100 аҙым
Мәғлүм булыуынса, йыл башында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай тәҡдиме менән БР яҙыусылар союзы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана “Туған телгә - 100 аҙым” тип аталған үҙенсәлекле акция иғлан итте. Был үҙенсәлекле проект балаларҙы, йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыу, үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың ижадын киң даирәгә сығарыу, популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уға Йомағужа ауыл моделле китапханаһы ла әүҙем ҡушылды.
- Беҙҙең уҡыусылар китаптарҙы үҙҙәре һайлап, шул уҡыған әҫәрҙәре буйынса фекерҙәрен әйтте, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, башҡаларға тәҡдим иттеләр. Мәҫәлән, Фуат Дауытов “Ағиҙел” журналын алдыра, унда баҫылған бер әҫәрҙе лә ҡалдырмай уҡып бара, яҙыусыларҙан Яныбай Хамматовтың тарихи романдарына өҫтөнлөк бирә, уның “Төньяҡ амурҙары”н әллә нисәмә ҡат уҡып сыҡҡан, бер ҙә ялҡытмай, ти ул. Ләйсән Булғакова иһә үҙенең яҡташы, балалар яҙыусыһы, шағир Сафуан Әлибаевтың шиғырҙарын тәҡдим итә. Миләүшә Ишкинина халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен ярата, ысынлап та, уның “Яҡтыға” трилогияһы һәр дәүерҙә лә актуаль булып ҡала.
Беҙҙең китапхананың тоғро дуҫтары Зиннур Юлдашев, Әсғәт Табулдин, Гүзәл Арыҫланова, Нәжиә Фәрхетдиновалар ҙа ниндәй китаптарҙы яратып уҡыуы, ниндәй яҙыусыларҙың ижадын үҙ итеүҙәре тураһында һөйләне. Туған телебеҙгә ихтирам, иғтибар китапхана юлы аша ла үтә тип, эшебеҙгә оло баһа бирҙе улар.
Акция әле дауам итә, башҡорт теле йылында был проект сиктәрендә йөҙ генә түгел, меңләгән китап уҡылырға тейеш тип иҫәпләйем, бөтәгеҙҙе лә, бигерәк тә, йәштәрҙе көтөп ҡалабыҙ, - ти баш китапханасы Зәйтүнә Әбдрәшитова.
Читайте нас: