Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм ир-егеттәргә генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
Наградланыусылар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ – Күгәрсен ауылы уҙаманы, афған һуғышы ветераны Илдус Хәлитов та бар ине.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ дәүләт наградаларына - Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына лайыҡ булған. Хәрби хеҙмәт юлын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында өлкән дәүләт инспекторы, Бәләкәй суднолар дәүләт инспекцияһы үҙәге начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Илдус Миңлебай улын юғары наградаға лайыҡ булыуы менән барлыҡ күгәрсендәр исеменән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, имен тормош теләйбеҙ!
Шайморатов генерал ордены Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән барлыҡҡа килде. Легендар генералдың исемен йөрөткән ордены менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәр бүләкләнә.