“Масленица” славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә. Был юлы ла сараға килеүселәр һәм табын ҡуйып ҡунаҡтарҙы һыйлаусылар бихисап булды. Ҡайнар самауыр сәйе байрам кәйефен күтәрҙе. Өҫтәлдәрҙәге төп һый – байрамдың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине! Халыҡ йырлап-бейеп күңел асты,төрлө уйындар уйнап кинәнде.