Март айына намаҙ уҡыу ваҡыттары
Намаҙ — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт сғс әйткән:"Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ".
Намаҙ — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт сғс әйткән:"Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ". Иртәнге намаҙ (сабах, фәжер) — таң атҡандан алып, ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем дауам итә. Ул ике рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз итеп уҡыла. Өйлә намаҙы (зуһр) — зәүәлдән(зенит) башлап, икенде ваҡытына тиклем. Ул 4 рәҡәғәт сөннәт, 4 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәт итеп уҡыла. Икенде намаҙы (ғәсер) — һәр нәмәнең күләгәһе үҙенән ике тапҡыр оҙонайғандан алып, ҡояш байый башлағанға тиклем дауам итә. Ул 4 рәҡәғәт фарыз. Аҡшам намаҙы (мәғриб)— ҡояш байығандан һуң, киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнгә тиклем. Ул 3 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәттән тора. Йәстү намаҙы (ғишә)— киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәндән алып иртәнге намаҙға хәтле дауам итә. 4 рәҡәғәт фарыз, 2 рәҡәғәт сөннәт. Аҙаҡтан 3 рәҡәғәт витр-важиб ҡушып уҡыла.