Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2020, 20:10

Бикбулаттар һынатмай

Бикбулат ауылы халҡының әүҙем икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Эшкә лә, күңел асыуға ла шәптәр улар! Шуға ла был хатты ла, бер аҙ һуңлап килтереүҙәренә ҡарамаҫтан, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итергә булдыҡ.

Беҙ ауылдың шәп егеттәре,
Типһә тимер өҙөрлөктәре...
23 февраль көнө илебеҙ төп байрамдарҙың береһе – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләп үтте. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә беҙ иң ҡәҙерле төшөнсәләрҙе - тыуған еребеҙҙе генә түгел, атай-әсәйҙәребеҙ, ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ именлеге һағында тороусы ир-егеттәребеҙҙе күҙ алдында килтерәбеҙ. Оло яуаплылыҡ тойоп, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар сафында булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Көслө заттар күләгәһендә беҙ үҙебеҙҙе һәр ваҡыт бәхетле, ныҡлы терәкле тоябыҙ, күңелдәребеҙ тыныс. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныс тормош теләйбеҙ, киләсәк көндәрегеҙ ышаныс һәм өмөт менән тулы булһын. Һеҙ - беҙҙең терәгебеҙ, һеҙ беҙгә бөгөнгө һәм иртәгәһе өсөн тыныс һәм ышаныслы булырға ярҙам итәгеһеҙ. Байрамығыҙ менән, ҡәҙерле ир-егеттәребеҙ!
Шундай күркәм байрам уңайынан Бикбулат ауыл клубында “Беҙ –ауылдың шәп егеттәре” исемле уйын-конкурс үткәрелде, унда төрлө йәштәге ир-егеттәр ҡатнашты. Араларында әрме сафтарында уңышлы, иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтҡандар менән бергә Ватан алдында киләсәктә хәрби бурыстарын үтәйәсәк үҫмерҙәрҙең дә булыуы ҡыуандыра. Ике команда - “Танкистар” һәм “Летчиктар” ҡыҙыҡлы уйындарҙа һәм сәмле ярыштарҙа зирәклектә һәм етеҙлектә көс һынашты. Ҡыҙыу барған ярыштар “Танкистар” командаһы еңеүе менән тамамланды. Был сара ауылыбыҙ ир-егеттәренең сәмле, бер-береһенә ныҡлы иңдәрен ҡуйыусы, абруйлы сифаттарға эйә булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Ауыл хакимиәте башлығы Усман Кинйәбаев мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ярышта ҡатнашыусы барлыҡ ир-егеттәребеҙгә ҙур рәхмәтен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Заманға ярашлы күптәребеҙ телевизор, телефон, интернет селтәрҙәрендә бик күп ваҡытын сарыф итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир-егеттәребеҙ донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ярышта ҡатнашырға теләк белдерҙеләр, тимәк улар тыуған ауылыбыҙҙың йәшәйешенә, уның киләсәгенә битараф түгелдәр. Улар тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәһе килә: сарала ҡатнашыусы ир-егеттәр ҡайҙа ғына һалдат һурпаһын татымаған - Нәсим Кинйәбаев (Таджикистан), Рәшит Баймырҙин (Саратов өлкәһе, элемтәсе), Ришат Такаев (Амур өлкәһе, Благовещенский ҡалаһы, танкист), Фәнзил Солтанморатов (Новочеркасск, танкист) һәм Рәсүл Баймырҙин (Мәскәү өлкәһе) төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт иткән.
Сара үҫмер егеттәргә бик тә фәһемле булды, тип фараз итергә була. Иң сос, һәләтле, бар яҡтан да уңған үҫмер егеттәр - Ғәҙел Сафин (Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы), Айтуған Кирәев (Мораҡ башҡорт гимназияһы, 9-сы класс), Салауат Ҡалҡаманов (Күмертау ҡалаһы, 8-се класс), Илназ Кинйәбаев (Бикбулат мәктәбе, 8-се класс) үҙҙәренән өлкәнерәк ағайҙарының нисек итеп командала бер-береһенә яраҡлашып, ярҙам итеп, килешеп эш итеүҙәрен күреп, бөтә тырышлыҡтарын һалдылар. Киләсәктә улар Тыуған ил алдында хәрби бурысты үтәү, илебеҙҙең тыныслығын һаҡлау ир-егеттәребеҙҙең изге бурысы икәнен онотмаһындар ине. Уларға тәртипле, әҙәпле, белемле, тырыш егеттәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Сценарийҙы клуб директоры Гөлсәсәк Солтанморатова, уйындарҙы китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаева әҙерләне. Мәҙәни усаҡта үткән һәр сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе - Таһир Ишемов (хәрби хеҙмәтте Украинала үткән). Ҡыҙыҡлы уйындарҙы Ғәббәсова Айгүзәл һәм Айһылыу Кинйәбаева матур шиғырҙар менән бәйләп йәнле итеп алып барҙылар.
Ауылдаштарымдың шундай матур сараларҙа әүҙем булып ҡатнашыуҙары бик ҡыуандыра. Тағы ла бер тапҡыр барлыҡ ир-егеттәргә киләсәктә рух ныҡлығы, барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фәйрүзә Ҡаһарманова.
Читайте нас: