Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2020, 07:25

"АЙЫҠ АУЫЛ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ ҺУҢҒЫ ЭТАБЫ - ТАУЫШ БИРЕҮ БАШЛАНДЫ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһенең һуңғы этабы - интернет-тауыш биреү башланды. Үткән аҙнала комиссия алдында уңышлы сығыш яһап, 47 ауылдың 15-е финалға сыҡты. Шуныһы ҡыуаныслы, ул исемлектә Үрге Мөрсәләй (халыҡ телендә - Дөмбәй) ауылы ла бар. Тауыш биреү 1 марттан 10-ына ҡәҙәр "Голос РБ" сайтында (һылтанмаһы - https://golos.openrepublic.ru/ ) барасаҡ.

"Айыҡ ауыл" республика бәйгеһенең барышын беҙ район гәзитендә лә, үҙебеҙҙең төркөмдәлә даими яҡтыртып, Дөмбәй ауылы халҡы үткәргән йөкмәткеле саралар менән таныштырып торҙоҡ. Үткән аҙнала конкурста ҡатнашҡан 47 ауыл комиссия ҡаршыһында презентация менән сығыш яһаны. 28 февралдә ойоштороу комитеты үҙ проекттарын уңышлы яҡлаған 15 ауылдың исемлеге менән таныштырҙы. Бына улар:
- Асҡын районы, Ҡарткиҫәк ауылы;
- Баймаҡ районы, Йылым ауылы;
- Баҡалы районы, Ҡамай ауылы;
- Бәләбәй районы, Знаменка ауылы;
- Балаҡатай районы, Түбәнге Үтәш ауылы;
- Белорет районы, Ботай ауылы;
- Бөрйән районы, Тимер ауылы;
- Дәүләкән районы, Үрге Көрмәнкәй ауылы;
- Дыуан районы, Һикәяҙ ауылы;
- Дүртөйлө районы, Һыуыҡҡул ауылы;
- Йәрмәкәй районы, Пионерский ауылы;
- Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы;
- Ҡыйғы районы, Мәсәк ауылы;
- Күгәрсен районы, Үрге Мөрсәләй ауылы;
- Учалы районы, Ҡобағош ауылы.

Тауыш биреү "Голос РБ" сайтында (һылтанмаһы - https://golos.openrepublic.ru/ ) барасаҡ.
Һөҙөмтәләр буйынса, 15 ауыл араһынан 1-3 урындарҙа еңеүселәр билдәләнәсәк, ҡалған 12 ауыл дәртләндереү призы менән бүләкләнәсәк, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Ҡайһы ауыл иң айыҡ ауыл булып сығыр икән? Абсолют еңеүселәр 10 марттан һуң билдәле булыр. Ә әлегә, хөрмәтле дуҫтар, тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, үҙ ауылығыҙҙы алға сығарырға тырышығыҙ! Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: