Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2020, 18:15

Буран сығыуы сәбәпле, Сибай – Магнитогорск трассаһында унлаған машина көрткә батҡан

26 февралдән 27-һенә ҡарай төндә Башҡортостанда буран ҡотороуы сәбәпле, Сибай – Магнитогорск юлында унлаған машина төнгө ҡараңғылыҡта тороп ҡалған. Буран автомобилдәргә артабан барырға мөмкинлек бирмәгән, сөнки юлды көрт баҫҡан.

«Үтеп булмай, юлдың бер саҡрымы таҙартылмаған, шуға автомашина хужалары төндә «тимер аттар»ын ташлап, йәйәү ҡайтып киткән», — тип хәбәр итте төнгө ваҡиға шаһиттары.
Иртүк килеп, улар үҙҙәренең автомобилдәрен ҡар ҡамыуынан тартып сығарған.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 27 февралгә ҡарай төндә Башҡортостанда бер нисә төбәк трассаһында хәрәкәттең сикләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: