Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Февраль 2020, 22:50

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына 75 көн генә ҡалғас...

Илебеҙ тарихында ғәйәт мөһим урын алған 9 май байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Оло үкенескә күрә, биш кенә бөртөк ветерандарыбыҙҙың барыһына ла был көндө күреү бәхете яҙмаған... Иҫ киткес ҡыҙғаныс яңылыҡ: Мораҡ ауылында йәшәүсе Мәжитов Хәсән Барлыбай улы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ни бары 75 көн генә ҡалғас, мәңгелеккә беҙҙең аранан киткән. Район мәғарифы үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән, ерҙә үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған яугир һуңғы көндәренәсә үҙ аңында, үҙ аяғында булып, тыуған иленең ысын патриоты булып ҡалды.Хәсән Барлыбай улы 1923 йылда Сәйетҡол ауылында донъяға килгән. Фронтҡа ул 1942 йылда алына. Был ваҡытта Сәйетҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән була. 18 йәше яңы тулып уҙған йәш уҡытыусы Ҡыҙыл Армия сафына алынғас, 3 ай хәрби әҙерлек үтә һәм һуғыштың иң ҡыҙған, хәл иткес мәлендә фронтҡа оҙатыла. Воронеж ҡалаһын дошмандарҙан һаҡлағанда, Сталинград янындағы тиңһеҙ алыштарҙа һ.б. ерҙәрҙә – ниндәй генә алыштар булмаһын, курсант-минометчик, 82 миллиметрлы миномет ҡораусыһы, пулемет ротаһы командиры, взвод командиры ярҙамсыһы, уҡсылар дивизияһының 9-сы запас штабы 3-сө бүлеге начальнигы Хәсән Мәжитов һәр саҡ алғы һыҙыҡта була.Тыуған тупрағына ул 1946 йылда ғына аяҡ баҫа. Йәш лейтенант ҡайтыу менән башкөлләй йәнә мәғариф эшенә сума. Сәйетҡол мәктәбендә уҡытыусы, ошо уҡ ауылда урынлашҡан балалар йортонда һәм мәктәптә директор, Мәҡсүт балалар йортонда директор вазифаларын башҡарған педагогҡа шул дәүерҙең барлыҡ ауырлыҡтарын йырып сығырға тура килә. 1965 йылда Хәсән Барлыбай улы район мәғариф бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ике тиҫтә йыл тарта ул был ауыр ҙа, яуаплы ла вазифаны. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, ике “Почет билдәһе” ордендарына, бик күп миҙалдарға, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мораҡ ауылының, райондың почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы булған Хәсән Барлыбай улы Мәжитовтың балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Илебеҙ тарихында ғәйәт мөһим урын алған 9 май байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Оло үкенескә күрә, биш кенә бөртөк ветерандарыбыҙҙың барыһына ла был көндө күреү бәхете яҙмаған... Иҫ киткес ҡыҙғаныс яңылыҡ: Мораҡ ауылында йәшәүсе Мәжитов Хәсән Барлыбай улы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ни бары 75 көн генә ҡалғас, мәңгелеккә беҙҙең аранан киткән. Район мәғарифы үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән, ерҙә үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған яугир һуңғы көндәренәсә үҙ аңында, үҙ аяғында булып, тыуған иленең ысын патриоты булып ҡалды.
Хәсән Барлыбай улы 1923 йылда Сәйетҡол ауылында донъяға килгән. Фронтҡа ул 1942 йылда алына. Был ваҡытта Сәйетҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән була. 18 йәше яңы тулып уҙған йәш уҡытыусы Ҡыҙыл Армия сафына алынғас, 3 ай хәрби әҙерлек үтә һәм һуғыштың иң ҡыҙған, хәл иткес мәлендә фронтҡа оҙатыла.
Воронеж ҡалаһын дошмандарҙан һаҡлағанда, Сталинград янындағы тиңһеҙ алыштарҙа һ.б. ерҙәрҙә – ниндәй генә алыштар булмаһын, курсант-минометчик, 82 миллиметрлы миномет ҡораусыһы, пулемет ротаһы командиры, взвод командиры ярҙамсыһы, уҡсылар дивизияһының 9-сы запас штабы 3-сө бүлеге начальнигы Хәсән Мәжитов һәр саҡ алғы һыҙыҡта була.
Тыуған тупрағына ул 1946 йылда ғына аяҡ баҫа. Йәш лейтенант ҡайтыу менән башкөлләй йәнә мәғариф эшенә сума. Сәйетҡол мәктәбендә уҡытыусы, ошо уҡ ауылда урынлашҡан балалар йортонда һәм мәктәптә директор, Мәҡсүт балалар йортонда директор вазифаларын башҡарған педагогҡа шул дәүерҙең барлыҡ ауырлыҡтарын йырып сығырға тура килә. 1965 йылда Хәсән Барлыбай улы район мәғариф бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ике тиҫтә йыл тарта ул был ауыр ҙа, яуаплы ла вазифаны.
II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, ике “Почет билдәһе” ордендарына, бик күп миҙалдарға, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мораҡ ауылының, райондың почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы булған Хәсән Барлыбай улы Мәжитовтың балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: