Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2020, 10:00

Республикала йәшәүселәрҙең яртыһы хәрби карьера һәйбәт тип иҫәпләй

Башҡортостанда армияла хеҙмәт иткәндәрҙең яртыһы тиерлек йәки 48% хәрби карьера һәйбәт тип иҫәпләй. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан hh.ru тикшеренеүҙәр хеҙмәте үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре шундай.

Республикала йәшәүселәр фекеренсә, хәрби карьераның төп өҫтөнлөгө — хаҡлы ялға иртәрәк сығыу, респонденттарҙың 67% ошо вариантты билдәләгән. Икенсе урында – льготалар (57%), өсөнсөлә — даими эшкә урынлашыу (56%). Бары 7% «өҫтөнлөктәр юҡ» тигән вариантты һайлаған.
Етешһеҙлектәре иҫәбенә респонденттар сит илдәргә йөрөүҙе сикләүҙе (54%), ғүмер өсөн хәүефле булыуҙы (51%) һәм йыш күсеп йөрөүҙе (49%) индергән.
Һорау алыуҙар 8-16 февралдә илдә 5,5 мең кеше араһында үткәрелгән.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: