Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, Өфө хакимиәте етәкселеге, һалдаттар һәм офицерҙар ҡатнашты.