Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2020, 00:26

Илгә терәк булһын егеттәр

Бөгөнгө геройыбыҙ – Үрге Мөрсәләй ауылы егете Иҙрис Сәмиғуллин әрме мәктәбен лайыҡлы үтеп, әле лә тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итә.Ул Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүсе Рәхимә менән Искәндәр Сәмиғуллиндарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән егет булып үҫә.- Мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы архитектура-төҙөлөш колледжында һөнәри белем алды, мәктәптә уҡығанда ла, колледжда белем алғанда ла тырыш булды, үҙен төрлө яҡтан һынап ҡараны, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланы, - ти улы менән ғорурланып әсәһе Рәхимә Ишмөхәмәт ҡыҙы.

Бөгөнгө геройыбыҙ – Үрге Мөрсәләй ауылы егете Иҙрис Сәмиғуллин әрме мәктәбен лайыҡлы үтеп, әле лә тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итә.
Ул Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүсе Рәхимә менән Искәндәр Сәмиғуллиндарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән егет булып үҫә.
- Мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы архитектура-төҙөлөш колледжында һөнәри белем алды, мәктәптә уҡығанда ла, колледжда белем алғанда ла тырыш булды, үҙен төрлө яҡтан һынап ҡараны, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамланы, - ти улы менән ғорурланып әсәһе Рәхимә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Иҙрис хеҙмәтен Хабаров өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә башлай. Хеҙмәт срогын тултырғас, үҙенең яҙмышын хәрби тормош менән бәйләргә ҡарар итеп, контракт төҙөй. Тырыш һәм һәйбәт хәрби әҙерлекле егетте белгәндәрен камиллаштырыу, белмәгәндәрен тағы ла төплөрәк өйрәнеү өсөн Читаға уҡырға ебәрәләр. Унда уҡып ҡайтҡас, кесе сержант званиеһын алған егет командир итеп тәғәйенләнә, яңы хеҙмәткә алынған һалдаттарҙы хәрби өйрәтә башлай.
Ил именлегенә өлөш индереүе менән ғорурланһалар ҙа, ғаиләһенән ситтә, алыҫта йөрөгән улдары өсөн йөрәктәре өҙөлөп тора ата-әсәнең, шуға контракт ваҡыты үткәс, улдарына үҙебеҙҙең яҡтарға ҡайтырға кәңәш бирәләр. Егет ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай.
Хәрби режимға өйрәнгән, хәрби әҙерлек үткән егет үҙенең ғүмерен барыбер хәрби булыуҙа күрә һәм Росгвардия сафына баҫыр өсөн имтихан тота. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Иҙрис Сәмиғуллин илебеҙ
именлеген тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуйған Росгвардия ғәскәрҙәре сафына баҫа һәм әле унда уңышлы хеҙмәт итә.
Яҡташтарыбыҙ араһында илгә терәк булырҙай йәштәрҙең күп булыуы күңелгә тыныслыҡ бирә, һоҡландыра ла.
Читайте нас: