“Ҡайҙа тыуған, шунда ереккән”, тиҙәр тыуып үҫкән ауылына әйләнеп ҡайтып, шунда төпләнеп, гөрләтеп донъя көткән ауыл уңғандары хаҡында. Үрге Сирбай ауылында йәшәүсе һәм 25 йылға яҡын тыуған мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләүсе Айрат Әхәт улы Шәрипов тураһында ла ошо һүҙҙәрҙе әйтергә була.
Айрат Шәрипов 1970 йылдың февралендә Мөнирә Мәхиән ҡыҙы менән Әхәт Ғариф улы Шәриповтарҙың ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Дүрт ул үҫтереп,һәр береһенә тормошта үҙ юлын табырға ярҙам иткән, йүнәлеш биргән ауылдың хөрмәтле кешеләре Айратҡа ла матур тәрбиә бирә. Ул Үрге Сирбай мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ физик культура техникумында һөнәри белем ала. Германия ерендә танкист булып Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ул Үрге Һаҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә хеҙмәт юлын башлап ебәрә. 1996 йылда тыуған ауылы мәктәбенә күсә. Күңеленә яҡын булған эше менән шөғөлләнгән педагог уҡыусыларҙы физик яҡтан камиллаштырыуға, уларҙа спорт менән шөғөлләнеүгә теләк тәрбиәләү маҡсатында физкультура дәрестәренән башҡа кластан тыш саралар ойоштороуға ла етди иғтибар бирә. Уның уҡыусылары еңел атлетика секцияһында әүҙем шөғөлләнәләр, “Йәйғор” хәрби-патриотик уйынында, йыл һайын уҡыу йылы тамамланыуға арнап ойошторолған балалар һабантуйында һәм башҡа сараларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашалар. Район буйынса үткәрелгән спорт ярыштарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, призлы уйындар яулайҙар. Бигерәк тә саңғы, еңел атлетика ярыштарында уңышлы сығыш яһайҙар.
Тәжрибәле, етди, һөҙөмтәле эшләүсе уҡытыусыға 2010 йылда район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер булып эшкә килергә тәҡдим итәләр. Айрат Әхәт улы уҡытыусы эше менән бер рәттән башта Үрге Сирбай, артабан Күгәрсен мәктәбе уҡыусыларын да ҡушып, уларҙы милли көрәшкә өйрәтә башлай. Көрәш секцияһында йөрөгән уҡыусыларҙың күбеһе мәктәпте тамамлап, төрлө уҡыу йорттарына таралғас та, ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итеп, юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр.
2015 йылда Үрге Сирбай мәктәбендә Айрат Шәрипов башланғысы менән тәүге тапҡыр “Ҡыпсаҡ батыры” турниры ойошторолған ине. Бына өс йыл инде был турнир район күләмендә үткәрелеп килә һәм унда район спортсылары ғына түгел, ә тирә-яҡтан да көрәшселәр саҡырыла. Был турнирҙа Айрат Әхәт улының тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашып, һәр бер ауырылҡ категорияһында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
Райондың көрәш буйынса йыйылма командаһы етәксеһе булараҡ та А.Шәрипов ҙур тәжрибә туплаған.
Уйлап ҡараһаң, республикабыҙҙың уҡыусылары, үҫмерҙәре араһында призлы урындар яулау өсөн тренер тарафынан да, көрәшселәрҙән дә күпме тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап ителә. Еңеүселәр бит бәләкәй генә ауылдарҙан сыҡҡан ябай ғына малайҙар...
- Көрәш – ул күп көс ҡулланылған үҙенсәлекле спорт төрө, бында йәрәхәттәр алыу, имгәнеү ҡурҡынысы бар. Бына ошо минең өсөн иң ауыр һәм ҡурҡыныс хәл. Шул сәбәпле уҡыусыларҙы көрәш алымдарына өйрәтеү барышында үҙ-үҙеңде һаҡлау ҡағиҙәләрен белеүҙәрен шарт итеп ҡуям, - ти ул.
Айрат Әхәт улы тормош иптәше Лилиә Хәйҙәр ҡыҙы менән татыу һәм берҙәм ғаилә булып ғүмер итәләр. Бер ҙә ҡыйынһынмай олоғайған ата-әсәләрен тәрбиәләп, уларҙың ризалығын алып, һуңғы юлға оҙаттылар. Йорт хужаһының атаһына оҡшап ҡулынан килмәгән эше юҡ. Атай йортон яңыртып, биҙәп, матурлап, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡсалар үҫтереп етеш донъя көтәләр.
Улар бер улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр, балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, тормошҡа етди ҡарашлы, тырыш, маҡсатлы йәштәр.
Шәриповтар икеһе лә эшләп йөрөһә лә, донъя мәшәҡәттәре күп булһа ла балалары менән төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт табалар. Мәҫәлән, улы менә ҡыҙы бәләкәйерәк саҡта Туймазыла үткән “Атайым, әсәйем һәм мин” конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яулап ҡайттылар.
Балаларын тәрбиәләүгә лә етди ҡарайҙар, бәләкәйҙән уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалалар. Йыр-моңға ғашиҡ улдары Нәғимдең 2009 йылда “Сулпылар” телевизион конкурсында еңеү яулауы быға асыҡ миҫал булып тора. Бәләкәйҙән үк атаһына эйәреп спорт менән шөғөлләнгән үҫмер республиканың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияһында уҡыу осоронда Сочи ҡалаһында үткән Рәсәй буйынса ойошторолған еңел атлетика буйынса ярышта еңеп сыға һәм Рәсәй Федерацияһының спорт мастерына кандидатлыҡ нормативын үтәп, был исемде яулай. Бөгөнгө көндә һәр яҡтан һәләтле, тырыш егет Башҡортостан дәүләт аграр университетын уңышлы тамамлап, ил алдындағы изге бурысын үтәп, Мәскәү ҡалаһында спецназда хеҙмәт итә.
Шәриповтар ҡыҙҙары Гөлфиәнең бейеүгә теләге лә, һәләте лә булыуын күреп, бәләкәй кластарҙан башлап район үҙәгендәге “Гөлдәр” балалар бейеү ансамбленә йөрөтә башлайҙар. Бөгөнгө көндә ул Башҡорт дәүләт
университетының Стәрлетамаҡ филиалында, тарих факультутында уҡый һәм “Дәрүиш” бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Айрат Шәрипов ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ул оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара, уның етәкселегендәге һайлау комиссияһының тырышлығы менән беҙҙең ауылда һайлауҙар ойошҡан рәүештә үтә.
30 йылға яҡын ғүмерен яратҡан эшенә бағышлап, үҫеп килеүсе йәш быуында рух ныҡлығы, ныҡышмалыҡ һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләүгә тос өлөш индергән, уҡыусыларҙы сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырған, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ауылдашыбыҙға уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Асия ВӘЛИТОВА, педагоги хеҙмәт ветераны.