Аҙнаның һуңғы эш көнөндә район мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур концерт уҙҙы. Ни генә тимә, тамашасылар барыбер ҙә үҙебеҙҙең таланттарҙы нығыраҡ ярата – залда ултырған халыҡтың байтаҡ булыуы шуны дәлилләне. Әйткәндәй, улар араһында 3-4 йәшлек сабыйҙарҙан алып өлкән йәштәге инәй-бабайҙарға тиклем бар ине.
Район таланттарын һәм йыр-моң һөйөүселәрҙе бергә туплаған мәҙәни сара район мәҙәниәт һарайының халыҡ тынлы оркестры (етәксеһе – Рәфис Мәүлетҡолов) һәм “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыштары менән башланды һәм “Ҡыҙыл Мәсет” төркөмө башҡарыуындағы “Офицеры” йыры менән тамамланды – йөрәктәргә үтеп ингән һәм хәрбиҙәргә дан йыры булып яңғыраған был йырҙың һуңғы куплеттарын тамашасылар аяғүрә баҫып тыңланы.
Ҡәҙерле ир-егеттәрҙе – улдарыбыҙҙы, атайҙарыбыҙҙы, тормош иптәштәребеҙҙе, ағайҙарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе, дуҫтар-таныштарҙы, ғөмүмән, барлыҡ көслө заттарҙы етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!