Совет осоронда төшөрөлгән һәм йәш быуында ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән “Офицеры” кинофильмындағы ҡанатлы һүҙҙәрҙе күптәр иҫләйҙер: “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау”. Әммә Ватанды һаҡлауҙы һөнәр генә тип әйтеп булмай, ул – һәр ир-егеттең мөҡәддәс бурысы! Бөгөнгө һәм кисәге һалдаттар ҙа, ветерандар ҙа, ғөмүмән, һәр көслө зат – ул ватанды һаҡлаусы. Иленә, кесе ватанына, яҡындарына, ғаиләһенә кәрәк тә, терәк тә, кәрәк икән ҡалҡан да була беҙҙең ир-егеттәребеҙ.
Шундайҙарҙың береһе - Муса ауылында тыуып үҫкән Айнур 2018 йылдың июлендә армияға алынған. Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында урынлашҡан 12128-се хәрби часта элемтә ротаһында хеҙмәт иткән.